“Әйҙә, уйнарға” фестивалендә ҡатнашырға теләгәндәр күп

Өфөлә “Әйҙә, уйнарға” II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале дауам итә. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, унда ҡатнашырға теләп, етештереүселәрҙән һәм һөнәрселәрҙән 150-нән ашыу ғариза килгән.

“Әйҙә, уйнарға” фестивалендә ҡатнашырға теләгәндәр күп“Әйҙә, уйнарға” фестивалендә ҡатнашырға теләгәндәр күп
“Әйҙә, уйнарға” фестивалендә ҡатнашырға теләгәндәр күп

Өфөлә "Әйҙә, уйнарға” II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале дауам итә. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, унда ҡатнашырға теләп, етештереүселәрҙән һәм һөнәрселәрҙән 150-нән ашыу ғариза килгән.

Фестиваль бөтә илдең уйынсыҡ етештереүселәре, педагогтар, ғалимдар, сауҙа ойошмалары, ата-әсәләр йәмғиәте вәкилдәре өсөн интеграцияланған майҙансыҡ булып тора. Эшлекле программала Балалар өсөн тауарҙар индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы һәм Рәсәйҙең уйынсыҡ эшләүселәр милли ассоциацияһы ҡатнаша. Уйындар, уйынсыҡтар булдырыу, күпләп етештереү өлкәһендәге ҡануниәтте тикшереү, тәжрибә уртаҡлашыу, балалар өсөн тауарҙар, уйынсыҡтар етештереү сәнәғәтенә ярҙам итеү буйынса иң яҡшы ғәмәлдәрҙе өйрәнеү буйынса "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәреү планлаштырылған.

Дүрт көн барышында Совет майҙанында Рәсәй етештереүселәренең күргәҙмәләре эшләй. Дүрт майҙансыҡта төп сәхнә, “Союзмультфильм”, Аҡмулла сәхнәһе, 25 самаһы тематик майҙансыҡ булдырылған. Көн һайын “Союзмультфильм” геройҙары менән анимация буйынса оҫталыҡ дәрестәре, иллюзион һәм проекцион шоу, “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр” телетапшырыуы уҙғарыласаҡ. Фестивалдә һәр көн иртәне балалар һәм уларҙың ата-әсәләре яратҡан йәнһүрәттәрҙең геройҙары компанияһында иртәнге зарядканан башлай ала.

Һәр көн республика театрҙары иң яҡшы балалар спектаклдәрен күрһәтәсәк. “Смеш band”, "Смешарики”, “Волшебники двора” (Мәскәү ҡалаһы), Дмитрий Маликов, Әмирхан Батабаев (Amirchik) сығыштары республика халҡы өсөн бүләк буласаҡ.

Политолог, Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты эксперты Марат Сафин әйтеүенсә, "Әйҙә, уйнарға” фестивале, Милли кейем көнө һәм “Китап байрамы” менән бергә, республиканың бренд проекттарын уңышлы тулыландыра.

“Ойоштороусыларҙың фестивалде ғаилә форматында тормош ашырыуы - ҡыуаныслы хәл. Был уны һөнәри майҙансыҡ итеп кенә түгел, ә республика халҡы һәм туристар өсөн байрам итеп тә күрһәтә. Фестивалдең иҡтисади йоғонтоһо ҙур – туристарҙы йәлеп итеү, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, яңы эшлекле бәйләнештәр булдырыу. Башҡортостан хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын күрһәтә”, - ти Марат Сафин.

Фото: "Молодежная газета".

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас