Билдәле булыуынса, республикала был төр хеҙмәт коллективтарын тергеҙеү башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны.
“Күптән түгел студент отрядтарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Координация үҙәге ултырышын үткәрҙек. Был мәсьәләгә беҙ етди ҡарайбыҙ. Бурыс – совет студенттарына хас булған бөтә яҡшы нәмәләрҙе тергеҙеү: уларҙың һанын да арттырыу, егет һәм ҡыҙҙарға аҡса эшләү мөмкинлеге лә биреү, предприятиеларға ярҙам итеү, сөнки һәр предприятиела бындай мохтажлыҡ бар. Бөтә ҡарарҙар ҡабул ителгән, эште башлайыҡ”, – тигәйне ул республика Хөкүмәтенең быйыл яҙ уҡ үткәрелгән кәңәшмәләренең береһендә.
Бөгөнгө көндә студент отрядтары – юғары һәм махсус уҡыу йорттарында белем алғандарҙы йәйге һәм ҡышҡы каникул мәлдәрендә ваҡытлыса эш урындары менән тәьмин иткән ҙур ойошма. Студент отрядтары ярҙамында йәштәр сәнәғәт һәм ауыл хужалығы объекттарынан тыш, ҡунаҡхана комплекстарында һәм алыҫҡа йөрөгән поездарҙа һәм башҡа хеҙмәтләндереү өлкәләрендә, шифахана, ял лагеры кеүек урындарҙа эшләй.
Тарихҡа күҙ ташлаһаҡ, студент отрядтарында иң тәүҙә төҙөлөш, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тармаҡтары барлыҡҡа килә. 1932 йылда Урал һәм Волга буйында беренсе булып Ишембай ерендә нефть етештерелә башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа был өлкә яңы көстәргә, яңы белгестәргә мохтажлыҡ кисереү сәбәпле, төрлө уҡыу йорттары асыла, һөҙөмтәлә студенттар һаны күбәйә.
Фекер
Элина САМАТОВА,
«Рәсәй студент отрядтары» Бөтә Рәсәй йәштәр ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе (төбәк штабы командиры:
«Хеҙмәт семестрында эшләргә телегәндәр өсөн быйыл мөмкинлектәр киңәйтелде. Әгәр ҙә үткән йыл бер генә хеҙмәт проекты ла булмаһа, быйыл биш йүнәлеш (ауыл хужалығы, етештереү, сервис, педагогика, медицина) буйынса 45 проектты тормошҡа ашыра башланыҡ. Һөҙөмтәлә 3,5 мең студентты эш менән тәьмин иттек.
Авгус башынан тағы ла ете проектҡа старт биреләсәк, ул 1100 кешене йәлеп итеү маҡсатын ҡуя.
Предприятиелар студент отрядтары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер, сөнки: 1) һалым буйынса ташлама бирелә; 2) төп штаттағы күп кеше отпускыла саҡта ла эшләргә кеше була; 3) етештереү йыл әйләнәһенә бара; 4) персоналды өйрәтеү мөмкинлеге бар».
Фото: “Башинформ”.