Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Июль 2025, 19:45

Луганск уҡыусыларын ҡабул итәләр

Быйылғы йәйҙә икенсе тапҡыр "Университет сменаһы”н М.Аҡмулла исемендәге БДПУ тантаналы рәүештә асты.

Луганск уҡыусыларын ҡабул итәләр
Луганск уҡыусыларын ҡабул итәләр

Вуз-ара кампустың вуз-резиденты Луганск уҡыусыларын ҡабул итә

Быйылғы йәйҙә икенсе тапҡыр "Университет сменаһы”н М.Аҡмулла исемендәге БДПУ тантаналы рәүештә асты. Ул ”Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән Өфөнөң юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусы резиденты булып тора. Башҡортостандың баш ҡалаһына “Беренселәр хәрәкәте”нең 50-гә яҡын әүҙемсеһе, уҡыу алдынғылары, ЛХР-ҙың биш мәктәбенән МХО ҡатнашыусылары балалары килде. “Университет сменаһы” - Рәсәй Мәғариф министрлығының 17 педагогик юғары уҡыу йорто базаһында үткәрелгән белем биреү-туристик проекты. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән 2500-гә яҡын кеше илдең төрлө төбәктәренә ҡунаҡҡа киләсәк.

– “Университет сменалары” проекты Аҡмулла университеты өсөн бик мөһим. Унда булған бер нисә бала артабан уҡыу өсөн беҙҙең университетты һайланы ла инде. Һеҙҙең арала ла килергә теләүсе табылыуы ихтимал. Беҙҙең төбәк быуындан-быуынға тапшырыла килгән традициялары менән бай. Республикабыҙҙа булған арала һеҙ ҡыҙыҡлы факттар белерһегеҙ, милли аштан ауыҙ итерһегеҙ, билдәле урындарҙы күрерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Яҡшы ял итегеҙ, ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрегеҙ! - тине вуздың стратегик үҫеш буйынса беренсе проректоры Алмас Мостаев уҡыусыларға.

Проект етәксеһе Эльвира Шәймөхәмәтова билдәләүенсә, традиция буйынса, йәш ҡунаҡтарға танып белеүҙе лә, күңел асыуҙы ла индергән киң программа әҙерләнгән.

Белешмә.    Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27165/     

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас