Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
26 Июль 2025, 20:00

Башҡортостан - көс йыйыу урыны

Кешеләрҙең тәне һәм психикаһы менән эшләйем. Беҙҙең бөтә проблемалар ҡайҙан килә? Әлбиттә, психосоматиканан. Башта беҙ эмоцияларҙы кисерәбеҙ. Ә улар аҙаҡ тәндә тороп ҡала. Һәм бына шуларҙың барыһын да алып ташлау мөмкинлеге бар. Был фестивалгә беҙ үләндәр килтерҙек. Былар - дөрөҫ йыйылған сәйҙәр, тине дарыу үләндәре буйынса белгес. 

Башҡортостан - көс йыйыу урыны
Башҡортостан - көс йыйыу урыны

Башҡортостан - көс йыйыу урыны

Бында борон-борондан халыҡ йолаларына таянып йәшәгәндәр. Республикабыҙ бөгөн матур тәбиғәте менән генә түгел, ситтән килеүсе туристар алдында тарихи йолаларҙы үтәгән, тәнде лә, күңелдәрҙе лә сәләмәтләндереүсе мунсалары менән дан тота.

Һәм "На рахате" фестиваленең иң төп сараһы мунса мәҙәниәтенә ҡағылышлы булһа, уларҙың тулы файҙаһын алыу өсөн төрлө миндек һәм шифалы үләндәр ҡулланыу ҙа мөһим роль уйнай. Бында бөгөн Төркиәнән, Алтайҙан һәм Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән алдынғы дауалаусылар, атап әйткәндә, үләнселәр йыйылған.

  –  Кешеләрҙең тәне һәм психикаһы менән эшләйем. Беҙҙең бөтә проблемалар ҡайҙан килә? Әлбиттә, психосоматиканан. Башта беҙ эмоцияларҙы кисерәбеҙ. Ә улар аҙаҡ тәндә тороп ҡала. Һәм бына шуларҙың барыһын да алып ташлау мөмкинлеге бар. Был фестивалгә беҙ үләндәр килтерҙек. Былар - дөрөҫ йыйылған сәйҙәр. Минең өлкән йәштәге уҡытыусым бар, ул фән докторы, профессор. Уның әйтеүенсә, үләндәрҙе дөрөҫ йыйыуҙан тыш, уларҙы дөрөҫ киптерергә лә, һаҡларға ла кәрәк. Ысынлап та, был ныҡ мөһим. Бер үлән икенсеһен ҡаплай һәм киләһе үләнгә энергияһын ҡалдыра. Беҙҙә бына бөйөр, үт ҡыуығы өсөн үләндәр, ирҙәр, ҡатындар өсөн айырым үләндәр бар. Ашай һәм тәнгә һылай торған майҙар бар. Ныҡ билдәле зверобой майын эшләп килтерҙек. Беҙ был шифалы үләндәрҙе дарыу булараҡ та, косметологияла ла ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ. Үләндәрҙе үҙебеҙ, Рәсәйҙең экологик яҡтан иң таҙа ерҙәренә барып йыябыҙ. Шәхсән үҙем медицина буйынса Мәскәү университетында уҡыным һәм әле лә күп ерҙәрҙә белем алам. Халыҡты дауалау өсөн бер белем генә етмәй. Һәр ваҡыт үҫешергә, мәғлүмәт туплпрға кәрәк, – тип уртаҡлашты Мәскәүҙән килгән остеопат Елена.

Мунсаларға барған юл тап үләндәр, сәйҙәр аша үтә. Шуға ла хуш еҫле сәй алғанда уҡ бөтә кеше лә уны мунсала нисек ҡулланырға, сәйен ҡасан эсергә төплө белем алып уҙа үләнселәр янынан.

Әйткәндәй, мунса ҡаласығы бөтә Рәсәйҙән йыйылған 30-ҙан ашыу мобиль мунса, кәрәк-ярағы, мейес һәм душ системалары экспозицияларынан тора. Төп майҙансыҡта коллектив боҫланыу өсөн дүрт йәмәғәт мунсаһы йыһазландырылған һәм улар фестивалдең икенсе көнө, йәғни 27 июлдә лә, иртәнге 10:00 сәғәттән кискә тиклем эшләйәсәк. Парланыу буйынса Рәсәй чемпиондарынан оҫталыҡ дәрестәре, мунса мәҙәниәте тураһында лекциялар һәм авторлыҡ скрабтары менән косметик процедуралар көтөлә. Өҫтәүенә ҡунаҡтарҙы һыу аттракциондары һәм бассейндар көтә.

Иртәгә "На рахате" һаулыҡ һәм туризм фестивалендә ғаиләгеҙ менән ялығыҙҙы күңелле һәм файҙалы үткәреп өлгөрәһегеҙ әле, дуҫтар!

 

Юлай Кәримов фотолары.

Башҡортостан - көс йыйыу урыны
Башҡортостан - көс йыйыу урыны
Башҡортостан - көс йыйыу урыны
Башҡортостан - көс йыйыу урыны
Автор: Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас