“Берҙәм Рәсәй” партия десанты Өфөләге белем биреү учреждениеларындағы капиталь ремонт барышын тикшерҙе.
Капиталь ремонт “Берҙәм Рәсәй” партияһының Халыҡ программаһының “Яңы мәктәп” проектына ярашлы алып барыла. Уның үтәлеше даими контролдә тотола.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы Рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов етәкселегендә күптән түгел партдесант ойошторолдо. Сарала БР Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, төрлө кимәлдәге депутаттар, урындағы сәйәси советтар ағзалары, Өфөнөң Киров, Калинин һәм Октябрь райондары хакимиәттәре вәкилдәре, ремонт барған объекттар директорҙары, подряд ойошмалары һәм ата-әсәләр комитеттары ҡатнашты. Партдесантта ҡатнашыусылар объекттарҙағы эш барышына баһа бирҙе.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.