Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
6 Август 2025, 23:15

"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһы үткәрелә

Уҡыу йылы башына МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары, инвалид балалар, күп һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар - шулай уҡ Рәсәйҙең яңы төбәктәренән - адреслы ярҙам ала ала.

"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһы үткәрелә
"Баланы мәктәпкә әҙерлә" акцияһы үткәрелә

Уҡыу йылы башына МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары, инвалид балалар, күп һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар - шулай уҡ Рәсәйҙең яңы төбәктәренән - адреслы ярҙам ала ала. Ярҙам алыу өсөн ғаризаны 2025 йылдың 1 сентябренә тиклем vk.cc/cNLQuy һылтанмаһы аша ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ быны “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә лә эшләргә мөмкин. Адрестар исемлеге бында: vk.cc/coDT6d.

- Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр өсөн яңы уҡыу йылына әҙерләшеүҙә ярҙам артыҡ түгел. Былтыр ғына депутаттарыбыҙ, эшҡыуарҙарыбыҙ һәм төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең әүҙем ҡатнашлығында бөтә ил буйынса 287 мең уҡыусы Белем көнөнә әҙерләнеүҙә ярҙам алды. Быйыл да беҙ кәрәкле әйберҙәр йыябыҙ: уҡыу һәм ижад өсөн йыйылмалар, мәктәп формаһы, рюкзактар, спорт инвентары. Акция барышында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына һәм яңы төбәктәрҙәге уҡыусыларға айырыуса иғтибар бүләбеҙ, - тине “Берҙәм Рәсәй” ҙең Генераль советы секретары Владимир Якушев.

 “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан Республикаһындағы Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, “Баланы мәктәпкә әҙерләү” акцияһы йылдан-йыл популярлаша бара.

 - Акцияла эре компаниялар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа, ябай граждандар ҙа ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе майҙансығында ярҙам итергә теләүселәр өсөн әйбер йыйыу пункты асылған. Был ярҙамдың адреслы булыуы бик мөһим. Хәҙер мохтаждарҙың һәм ярҙам итергә әҙер булғандарҙың исемлеге төҙөлә. Уҡыу йылы башланыр алдынан бындай ярҙам – өлкәндәр яғынан яҡшы өлгө, – тине Эльвира Айытҡолова.

 “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы менән бер рәттән партия 1 сентябргә мәктәптәрҙең әҙерлеген дә тикшерәсәк. “Яңы мәктәп” партия проекты координаторы һәм Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Алена Аршинова ата-әсәләр менән бергә төҙөлөш һәм ремонт эштәренең сифатын, ашхана, мәктәп биләмәһе һәм спорт майҙансығы торошон баһалаясаҡтарын билдәләне.

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас