Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Баҡалы районына эш сәфәре ваҡытында Буғабаш Богородица-Одигитриевск ҡатын-ҡыҙҙар монастырында булды.
Башҡортостан митрополияһы башлығы Никон менән бергә улар рухи-мәғариф үҙәге биләмәһен ҡараны. Артабан ҡунаҡтар күренекле рухи тантанала – Смоленск, йәки Буғабаш, таштағы Алла Әсә образын байрам итеүҙә ҡатнашты. Ул Башҡортостанда төп нөсхәлә һаҡланып ҡалған берҙән-бер мөғжизәле икона булып тора.
Изге урын ғәжәйеп һәм уникаль, бер быуаттан ашыу элегерәк һалдат Тит Табаков алдында пәйҙә булған изге образ Аллаһы теләгенең хатта үтә ябай ваҡиғаларҙа ла сағылыш табыуын раҫлай. Версияларҙың береһенә ярашлы, һуғыштан ҡайтып барған Тит Табаков Смоленка йылғаһынан таш алған. Уны ҡалдырып китергә теләгәндә ике тапҡыр күреүҙән мәхрүм ҡалған һәм, изге ташты кире ҡайтарғас, күреү һәләте ҡабат әйләнеп ҡайтҡан. Был ябай ташта һуңынан Сабый күтәргән Алла әсәнең һәм ике изгелек ҡылыусының – Василий Великий һәм Николай Чудотворецтың йөҙҙәре ҡалҡып сыҡҡан.
Андрей Назаров изге төйәккә “Ҡурҡыныс хөкөм” иконаһын бүләк итте, прихожандар менән аралашты һәм настоятель менән монастырь биләмәһен төҙөкләндереү тураһында һөйләште.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.