Халыҡ-ара марафонда ҡатнаш һәм Өфө хосписына ярҙам ит!
7 сентябрҙә Өфөлә халыҡ-ара изгелек марафоны үтә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Изге йүгерек (благобегун) - Өфө хосписы тәрбиәләнеүселәренә ярҙам итеү өсөн марафонға сығып, аҡса йыйған кеше. Бының өсөн йүгереү мотлаҡ түгел, иғәнә индереү менән сикләнергә мөмкин. Марафонда тәжрибәле йүгереүселәр ҙә, яңылар ҙа, хатта балалар ҙа ҡатнаша ала (марафонға билетты үҙаллы һатып алырға мөмкин).
Нисек изге йүгерек булырға?
Руфина һеҙҙең өсөн Өфө хосписы сайтында “Ярҙам итеү традицияһы” бүлегендә сбор булдырасаҡ һәм һылтанма ебәрәсәк.
Әлеге ваҡытта хосписҡа 31 кеше ярҙам иткән. Улар араһында хоспис хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәре һәм тәрбиәләнеүселәре, министрҙар, бизнесмендар, балалар һәм ғөмүмән битараф булмаған кешеләр бар.
Вадим Мусин, “Хотим-Едим” компанияһы хужаһы, спортсы һәм әүҙем тормош алып барған кеше: “Хосписҡа ярҙам - башҡалар өсөн өлгө. Бергә беҙ көслөбөҙ!”
Кирилл Первов, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе: “Был көндө уртаҡ маҡсат менән берләшкән кешеләр йыйыласаҡ. Беҙ бергәләп билдәле бер саҡрымдарҙы ғына үтмәйбеҙ - һәр аҙым ауыр сирҙәр менән көн һайын көрәшкән балалар һәм өлкәндәр өсөн ярҙам буласаҡ. Беҙҙең берҙәмлек, хәстәрлек – ул кемгәлер өмөт, иртәгәһе көнгә ышаныс. Һәр беребеҙ донъяны яҡшыраҡ һәм яҡтыраҡ итеү өсөн марафонда ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләйем!”
Людмила Иванова, Өфө хосписында паллиатив медицина ярҙамы буйынса табип: "Тиҙҙән, 7 сентябрҙә, мин Өфө марафонында ҡатнашасаҡмын. Әммә минең йүгереүем ғәҙәти булмаясаҡ. Мин ҙур изге эштең бер өлөшө булып, Өфө хосписы файҙаһына благобегун ролендә ҡатнашасаҡмын. Унда ғәжәп кешеләр йәшәй, уларға беҙҙең йылылыҡ, хәстәрлек һәм иғтибар бик мөһим. Изге эштәр йөрәктәрҙе берләштерә һәм мохтаж булғандарға ярҙам итә ала”.
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-08-18/stan-blagobegunom-na-ufimskom-mezhdunarodnom-marafone-i-podderzhi-hospis-4352047