Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит" хәйриә акцияһына ҡушылды
Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Хәйбулла районының Ғаилә хеҙмәтенә бар кәрәк-ярағы менән тултырылған 10 мәктәп рюкзагын тапшырҙы. Һәр комплектта уҡыусылар өсөн мөһим канцелярия тауарҙары - дәфтәр-альбомдар, ручка-ҡәләмдәр, буяу, китап ҡуйғыс, пенал һәм башҡа мөһим әйберҙәр бар. Акцияға тау-байыҡтырыу комбинатының йәштәр ойошмаһы ағзалары ла ҡушылды. Улар урта һәм юғары класс уҡыусылары өсөн канцелярия кәрәк-ярағы менән тултырылған рюкзактар һатып алған.
– “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” - мохтаж ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән йыл һайын үткәрелеүсе акция. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты коллективы - был эштә иң әүҙемдәрҙең береһе. Был рюкзактарҙы аласаҡ балалар исеменән беҙ тау эшселәренә изге эштәре һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, – ти райондың Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Динә Аҡҡужина.
Шуны ла билдәләп үтәйек, комбинаттың беренсел профсоюз ойошмаһы шулай уҡ традиция буйынса 1 сентябрҙә балалары мәктәпкә барған профсоюз ағзалары өсөн канцелярия тауарҙары һатып алыуҙы ойошторҙо. Быйыл улар 300-ҙән ашыу.