Быйыл Башҡортостандың студент отрядтары 10 йыллығын билдәләй һәм, рсепублика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, был отрядтар хәрәкәтен артабан үҫтереү өсөн ведомство-ара эш тә йәнләнде.
“Был мәсьәләгә беҙ етди ҡарайбыҙ. Бурыс – совет студент отрядтарына хас булған бөтә яҡшы нәмәләрҙе тергеҙеү: уларҙың һанын да арттырыу, егет һәм ҡыҙҙарға аҡса эшләү мөмкинлеге лә биреү, предприятиеларға ярҙам итеү, сөнки һәр урында бындай мохтажлыҡ бар”, – тигәйне Радий Фәрит улы республика Хөкүмәте кәңәшмәләренең береһендә.
Быйылғы тәүге өс айҙа отрядтарҙы үҫтереү буйынса системалы эш булдырыу өсөн Отрядтарҙы үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара совет ойошторолдо һәм Оператив штаб асылды. Студент отрядтары, власть органдары һәм предпприятиеларҙың берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 2025 йылдың йәйге хеҙмәт семестрында республикала 45 хеҙмәт проекты тормошҡа ашырыла. Улар 3 500 самаһы студентты эш менән тәьмин итә.
Йыл аҙағынаса, хеҙмәт проекттарының республиканан ситтә лә һәм йыл әйләнәһенә тормошҡа ашырылыуын иҫәпкә алып, бөтәһе 7 600 студентты һәм үҫмерҙе эш менән тәьмин итеү планлаштырыла.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген ойошторғандағы мөһим йүнәлештәрҙең береһе – мәҙәни-күләм эше. Быйыл ошо саралар планы үҙ эсенә студент отрядтары өсөн 70-тән ашыу хеҙмәт урыны булдырған.
Студент отрядтары эшмәкәрлеген популярлаштырыу маҡсатында республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн йәйге хеҙмәт семестрында ошо хеҙмәт проекттары тормошҡа ашырылған объекттарға матбуғат турҙары ойошторола. Был иһә мәғлүмәт сараларында йәштәр өсөн файҙалы контент таратыу мөмкинлеге бирә.
ФЕКЕР
Илшат МОТАЛЛАПОВ, Башҡортостан студенттарының оҙатыусылар отрядтары йүнәлешенең кураторы:
- Йәйге каникул башланғас та йөҙҙәрсә студент өсөн оло юл асыла – улар поездарҙа эшләйәсәк оҙатыусылар отрядтарына ҡушыла. Студенттарҙың оҙатыусылар отрядтары үҙ эшенә тоғролоҡҡа ант бирә һәм ил буйынса рейстарға сығырға әҙерләнә башлай. Күптәр өсөн ул аҡса эшләү ысулы ғына түгел, ә ҙур тормош һынауы ла.
Башҡортостандың студенттар отрядтары араһында оҙатыусы һөнәре – иң абруйлы һәм ихтирамлыларыҙң береһе. Ул төрлө ҡалаларҙы күреү, эш күнекмәләренә эйә булыу форсаты тыуҙыра. Һинең иңеңдә – тиҫтәләрсә кешенең хәүефһеҙлеге һәм уңайлылығы. Һин бер юлы психолог та, ойоштороусы ла, эскерһеҙ әңгәмәсе лә булырға бурыслыһың. Был һөнәргә юл романтикаһы хас һәм уны башҡа бер нәмә менән дә сағыштырып булмай.
Был эште башлар алдынан студент отрядтары вәкилдәре хәүефһеҙлек техникаһын, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләрен, аварияла ҡотҡарыу әҙерлеген һәм медицина белеме нигеҙҙәрен өйрәнә. Улар тейешле сертификат алғас ҡына эшкә тотонорға хоҡуҡлы”.
Фото: И. Моталлаповтың шәхси архивынан.