Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында уҡыусылар, студенттар, йәш белгестәр өсөн “ТрудКрут” карьера форумы үтә. Бындай сара 2022 йылдан алып барыла. Ул ҡатнашыусыларға лекцияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, тренингтарҙа файҙалы белем алырға мөмкинлек бирә.
Программала һөнәри йүнәлеш биреү уйындары, федераль һәм төбәк спикерҙары менән белем биреү лекторийы, квиз һәм эш биреүселәр күргәҙмәһе планлаштырылған. Ҡатнашыусылар профессиональ ҡыҙыҡһыныуҙарын билдәләй, резюме төҙөргә өйрәнә, HR-белгестәрҙән консультация ала һәм хатта ҙур компанияларҙа стажировка үтеү өсөн әңгәмәләр үтә ала.
Башҡортостандың студенттар отрядтары етәксеһе Элина Саматова хәбәр итеүенсә, былтыр Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй форумында 65 төбәктән 75 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был хәрәкәт хәрәкәт 5 меңдән ашыу республика студентына уҡыуҙан айырылмайынса Рәсәй тимер юлдарында, “Росатом”, “Газпром” төҙөлөшөндә, шулай уҡ аграр, педагогик һәм медицина йүнәлештәрендә эшләргә мөмкинлек бирә, тип билдәләне ул.
Форум 11:00 сәғәттә Зәки Вәлиди урамы, 2-се йорт адресы буйынса башлана. Ойоштороусылар булып республиканың Хеҙмәт һәм Йәштәр сәйәсәте министрлыҡтары ярҙамында РСО-ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе сығыш яһай.