5 декабрҙә илебеҙҙә Ирекмәндәр көнө билдәләнде. Ошо айҡанлы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһының “Ирҙәр ҡоро” атайҙар ролен күтәреү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе менән осрашыу программаһы Зариф Байғусҡаров “Беренселәр хәрәкәте” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән осрашты.
Зариф Закир улы сарала ҡатнашыусыларҙы Ирекмәндәр көнө менән ҡотлап үтте.
– Һеҙҙе Ирекмәндәр көнө менән ҡотлайым! Был байрам, тәүсиратта, мохтаждарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә мөмкинлек бирә. Биш йыл элек, бөтә илебеҙ коронавирус менән көрәшкәндә, мин йәштәрҙең инвалидтарға, оло йәштәгеләргә ярҙам итеүен күрҙем. Һеҙ, йәштәр, һаулығығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, уларға дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек ташынығыҙ.
2020 – 2021 йылдарҙа Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында урман янғындары ваҡытында ирекмәндәрҙе күрҙем. Улар, һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, янғынды һүндерә, аш-һыу әҙерләй һәм алып килә.
Махсус хәрби операция башланғандар һуң ирекмәндәр һаны бер нисә тапҡырға артты, 630 мең кешегә етте. Улар Ватанды һаҡлаусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итә. Был ирекмәндәр илебеҙ өсөн өлгө булып тора, бигерәк тә йәштәр өсөн, улар үҙҙәренең алдында ғәмәлдәге, ысын геройҙарҙы күрә, улар Ватанды ихлас ярата һәм уны яҡларға ярҙам итергә әҙер. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйем! – тине депутат.
Йәш ирекмәндәр Зариф Байғусҡаровҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Был аралашыу сарала ҡатнашыусылар өсөн бик файҙалы булды. Ә инде иң ҡыҙыҡлы һорау биреүсегә Зариф Закир улы махсус бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ был көндө депутат иң әүҙем ирекмәндәрҙе бүләкләне. Шул иҫәптән “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Зөһрә Арсаеваға – иҫтәлекле сәғәт, “Ете ҡыҙ” ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабадановаға, “Беренселәр хәрәкәте” урындағы бүлексәһе рәйесе Камил Нураевҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ирекмәндәрҙе тәбрикләп Ләйсән Рабаданова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашева, Камил Нураев сығыш яһаны, уларҙы был изге эшкә нимә этәргәне тураһында һөйләне.
Сара аҙағында уҡыусыларға тантаналы рәүештә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырҙылар. Зариф Байғусҡаров менән "Ете ҡыҙ" иркмәндәре араһында асыҡ һөйләшеү булды.
Был осрашыу йәш ирекмәндәргә тағы ла ҡанат ҡуйғандыр, сөнки улар үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәт алды, ә иң мөһиме – йәш быуын үҙенең дөрөҫ юлдан барғанлығына инанды.
Рәмилә МУСИНА фотолары.