Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Декабрь 2025, 18:40

Ишбулдыла стела асылды

Ишбулды оҫталар ауылы булараҡ элек-электән дан тота. Стеланың эскизын ауылдаш рәссам – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре Нәсих Хәлисов эшләгән, ә оҫта, эшһөйәр ир-егеттәр уны ысынбарлыҡҡа әйләндергән.

Ишбулдыла стела асылды
Ишбулдыла стела асылды

Бейеклеге 6,8 метр тәшкил иткән мөһабәт монументтың "Ишбулды ауылы" тигән яҙыуы һәм күккә олғашҡан шар рәүешендәге ҡурай тажы ҡараңғы ваҡытта балҡып янып әллә ҡайҙан күренеп тора.
Проекттың башланғысында Ахайҙың илһөйәр улы Азамат Зариповтың идеяһы ята. 9 Майға ахайҙар халыҡтан аҡса йыйып обелискыны йүнәтә. Шунан артып ҡалған сараларҙы Азамат Насибулла улы стела эшләргә йүнәлтергә тәҡдим итә. Ауыл халҡы был идеяны дәррәү күтәрә. Әлбиттә, ул ғына аҡса етмәй, өҫтәп тағы йыйырға тура килә. Ә был юҫыҡта үҙ көстәре менән хоккей коробкаһы төҙөгән (был маҡсатта 800 мең һум аҡса йыйған!), хоккейсылар өсөн йылы сисенеү бүлмәһе эшләгән, ауылдың ФАП-ын йылытҡан, ғөмүмән, үҙ иҫәптәренә бихисап урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа тәжрибәләре булған ахайҙар йәнә һынатмай.

Стеланың дөйөм хаҡы 322 мең һумға баҫҡан. Был суммаға ауыл халҡының ҡул көсө, техника ярҙамы, айырым кешеләрҙең ярҙам йөҙөнән биргән төҙөлөш материалдары инмәгән. Ишбулды оҫталар ауылы булараҡ элек-электән дан тота. Стеланың эскизын ауылдаш рәссам – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре Нәсих Хәлисов эшләгән, ә оҫта, эшһөйәр ир-егеттәр уны ысынбарлыҡҡа әйләндергән. Теләк булһа, барыһын да эшләп була. Дүрт бағана ултыртып, ауылдан стелаға тиклем электр линияһын һуҙғандар.
Стеланы асыу тантанаһында ҡатнашҡан район башлығы Айрат Әминев Ишбулды халҡының булдыҡлылығына, йүнселлегенә һәм бер ҡайҙан да һоранып йөрөмәйенсә үҙ хәстәрҙәрен үҙҙәре хәл итеп, тыуған ауылдарының ысын патриоттары булып йәшәүҙәренә ысын күңелдән ғәжәпләнеү тойғоһон белдерҙе. Хатта шаяртып: “Стеланан аҡса артып ҡалманымы?” – тигән һорауын бирҙе.
Афарин, ишбулдылар!

 

Гөлнара Күсәрбаева.

Ишбулдыла стела асылды
Ишбулдыла стела асылды
Ишбулдыла стела асылды
Ишбулдыла стела асылды
Ишбулдыла стела асылды
Ишбулдыла стела асылды
Ишбулдыла стела асылды
Ишбулдыла стела асылды
Автор:
Читайте нас