Башҡортостан Красный Луч ҡалаһында символик мәҙәни объектты тергеҙә.
Ундағы Ленин исемендәге мәҙәниәт һарайы быйыл 90 йыллығын билдәләй. Ленинградтың бөйөк архитекторҙары - Весниндар проекты буйынса һалынған бина мәҙәни мираҫ объекты тип танылған. Әммә уға төҙөлгәндән алып капиталь ремонт үткәрелмәгән, һөҙөмтәлә урындағы халыҡ бер-ике йылдан мәҙәниәт һарайын юғалтырбыҙ, тип шөбһәләнгән булған.
Уникаль бинаны тергеҙеү менән Башҡортостан шеф-төбәк булараҡ шөғөлләнде. Беренсе этапта ижади коллективтар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр төҙөкләндерелә. Түбә тулыһынса яңыртыла, ағас тәҙрәләр замансаға алыштырыла. Икенсе этапта ҙур театр залы тергеҙелә. Быйыл иһә өсөнсө ҡатты ремонтлау планлаштырыла.
– Красный Лучта йәшәүселәр Ленин исемендәге мәҙәниәт һарайын ҡаланың йәне тип иҫәпләй, - ти урындағы хакимиәт башлығы урынбаҫары Елена Воробьева. – Эш күләме ҙур булғанлыҡтан, уны бер нисә этапҡа бүлергә тура килде, сөнки бина ҙур, майҙаны - 1000 квадрат метрҙан ашыу. Ул быуаттарға иҫәпләнеп төҙөлгән, бәрхәт, алтын, рельефтар менән биҙәлгән – ғөмүмән, күп матурлыҡ, хеҙмәт һалынған. Шеф-төбәк беҙҙе үҙ ҡарамағына алып, мәҙәниәт һарайының махсус инфраструктура проектына беренселәрҙән булып индерелгәнен белгәс, бик шатландыҡ. Инде яңы залда байрам спектаклдәре, репетициялар, күнекмәләр әүҙем бара.
Элек бындай эштәр өсөн башҡа сәхнәләрҙе ҡулланырға тура килгән. Ғөмүмән, ҡала мәҙәниәт һарайында балаларҙан, өлкәндәрҙән сағыу ижади коллективтар тупланған. Әйткәндәй, араларынан "Аленушка" өлгөлө хореография төркөмө, илдә иң яҡшыларҙың береһе булараҡ, киләһе йәй Кремлдә үткәреләсәк "Рәсәй лидерҙары" конкурсына саҡырылған.
Лилиә Лысенко, "Голос" вокал студияһы етәксеһе:
– Ғәжәйеп матур, йылы зал өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Уның яңыртылыуын оҙаҡ көттөк. Залда шөғөлләнеү мөмкинлеген алған балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең шатлығын, хис-тойғоһон күрһәгеҙ ине!
Валерий Каралкин, мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары:
– Был бина ҡаланың бөйөк үткәнен, еңеүҙе, шахтерҙарҙың батырлығын сағылдыра. Донбасста йәшәгәндәр хаҡында йылы иҫтәлек һаҡлаған ҡиммәтле объект ул. Әммә элекке власть вәкилдәренең йүнһеҙлеге сәбәпле бина бик таушалғайны. Хәҙер уны шеф-төбәк ярҙамында тергеҙәбеҙ. Балалар ҙур сәхнәгә өйрәнә, концерттар ойошторабыҙ. Киләсәктә беҙгә билдәле сәнғәт оҫталары килә башлар, тип өмөт итәбеҙ.
Алһыу Муллахмәтова фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...