Файҙалы эштәр йылы
17 Января , 12:30

Был Үҙәктең эшенә барыһы ла һоҡланды

“Кесе Ватан – Рәсәйҙең көсө” III Бөтә Рәсәй  муниципаль форумының “Сәнәғәтле муниципалитет” маршрутында ҡатнашыусыларҙа Республикаға идара итеү үҙәге айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыҙырҙы

Добавить в предпочтительные источники Google
Был Үҙәктең эшенә барыһы ла һоҡландыБыл Үҙәктең эшенә барыһы ла һоҡланды
Был Үҙәктең эшенә барыһы ла һоҡланды

“Кесе Ватан – Рәсәйҙең көсө” III Бөтә Рәсәй  муниципаль форумының “Сәнәғәтле муниципалитет” маршрутында ҡатнашыусыларҙа Республикаға идара итеү үҙәге айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыҙырҙы.

“Башҡортостандың Республика идара итеү үҙәге – уникаль комплекс. Халыҡ менән бәйләнешкә комплекслы ҡараш булдырылыуы һоҡландырҙы. Бөтә йүнәлештәр буйынса ла етди эшләнеш үткәрелеүе һиҙелеп тора. Селтәр компаниялары менән хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Был иһә ҙур төбәктең һыу һәм йылылыҡ тәьминәте, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән бәйле бөтә мәсьәләләрен хәл итеү мөмкинлеген бирә. Был шарттарҙың Башҡортостан халҡының йәшәү сифатын яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ итеүенә шикләнмәйем”, – тине Ульяновск өлкәһенең Чердаклин районы хакимиәте башлығы Юрий Нестеров.

Форумдың төбәктәргә арналған көнөндә унда ҡатнашыусылар Башҡортостандың бер нисә муниципалитетында ла булды.

Фото: “Кесе Ватан – Рәсәйҙең көсө” форумының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Рәшит Кәлимуллин