Өфө ҡалаһында быйыл күп ҡатлы 15 йортта ремонт башлана. Ул дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса республика программаһына ярашлы башҡарыла. Баш ҡаланың Һәҙиә Дәүләтшина бульварындағы 17/1-се йортта, мәҫәлән, электр тәьминәте системаһы алмаштырылды.
Туғыҙ ҡатлы был йорт 1980 йылда һалынған һәм һигеҙ мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. Унда түбәндәге эштәр башҡарылды:
– лифттарҙы эшләтеү һәм инженерлыҡ структураһын тәьмин итеүсе электр селтәрен яңыртыу;
– йортҡа ингән электрҙы бүлгеләү системаһы;
– йорт эсендәге айырым бүлгеләү төркөмдәре һәм яҡтыртҡыстар;
– ҡаттарҙағы автоматик һүндергестәр һәм һәр фатирға айырым иҫәпләгес урынлаштырыу;
– иҫке плафондар урынына энергияны аҙ тотоноусы һәм тиҙ ватылмай торған светодиод лампалары ҡуйыу.
Был ремонт эштәренең заказсыһы – “Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған фонды. Бөтә ремонт эштәре өс айҙа тамамланды һәм сығымдар, планға ярашлы, 52 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.
Зилә СӘҒӘҘИЕВА,
Өфө ҡалаһы Һәҙиә Дәүләтшина бульварындағы 17/1-се йорттоң өлкән ҡараусыһы:
– Матбуғатта үҙ йорттарына капиталь ремонт үткәреү сифаты менән ҡәнәғәт булмағандарҙың ялыуҙарын йыш уҡырға тура килә. Беҙҙең осраҡта улай тип әйтергә нигеҙ юҡ.
Беҙҙең йортта ул һалынғандан алып үткән 45 йыл дәүерендә электр тәьминәте системаһы яраҡһыҙ хәлгә килгәйне. Һәр ғаиләлә көнкүреш электр приборҙары күп тапҡырға артты һәм электр селтәрен алмаштырыу ихтыяжы тыуҙы.
Бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткәс, беҙҙе, ниһайәт, республика программаһына индерҙеләр. Тендерҙа “Вектор” йәмғиәте еңеп сыҡты һәм улар 2025 йылдың апрелендә эшкә тотондо. Өс ай эсендә улар ғәйәт ҙур күләмдә эш башҡарҙы. Бригада һәм бригадирҙың һөнәри оҫталығы, эш көсөн тигеҙ бүлгеләү, процесты контролдә тотоу һөҙөмтәһендә ремонт тиҙ һәм сифатлы башҡарылды. Бында йәшәгәндәрҙең һорауы буйынса смета ла ҡайтанап ҡарап сығылды һәм кәметелде, бының өсөн беҙ комиссияға рәхмәтлебеҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.