Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
25 Февраль , 21:15

Башҡортостандан һөйөү менән!

Мәскәүҙә уҡыған студенттарға һәм аспиранттарға аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр, шулай уҡ көнкүреш әйберҙәре ебәреү мөмкинлеге тыуҙы.

Башҡортостандан һөйөү менән!
Башҡортостандан һөйөү менән!

Республика студенттарына ярҙам итеү буйынса күләмле акцияның икенсе этабы үтте. Бөгөн Сибай, Баймаҡ, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Юлдыбай, Йылайыр, Иҫәнғол, Мораҡ ауылдарынан посылкалар ебәреү мөмкинлеге булды. Ул 26 февралдә лә дауам итәсәк. Иртәгә Талбазынан, Шишмәнән, Языковонан, Бүздәктән, шулай уҡ Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан күстәнәс ебәреү мөмкинлеге бар.

 Посылка ебәрер өсөн Мәскәүҙә уҡыған студенттарға һәм аспиранттарға алдан махсус һылтанмаға инеп теркәлергә һәм ҡатнашыусының махсус анкетаһын тултырырға кәрәк ине.

Акцияны ойоштороусылар йөк формалаштырыуҙың аныҡ ҡағиҙәләрен билдәләне. Бер посылканың ауырлығы 32 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлек ебәреү тыйылды.         Акцияны ойоштороусылар йәштәргә, тыуған яҡтан йыраҡта уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, бәләкәй тыуған иле һәм ғаиләһе менән өҙлөкһөҙ бәйләнештә ҡалырға ярҙам итә.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә тормошҡа ашыра.

Башҡортостандан һөйөү менән!
Башҡортостандан һөйөү менән!
Башҡортостандан һөйөү менән!
Башҡортостандан һөйөү менән!
Башҡортостандан һөйөү менән!
Башҡортостандан һөйөү менән!
Башҡортостандан һөйөү менән!
Башҡортостандан һөйөү менән!
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас