Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы Сибай ҡалаһында һәм Әбйәлил районында күсмә саралар үткәрә. Уларҙың маҡсаты нимәлә?
Сәфәр сиктәрендә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре өсөн диалог майҙансыҡтары, граждандарҙы ҡабул итеү һәм семинарҙар ойошторола. Осрашыуҙарҙа урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт палаталары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре һәм инициативалы граждандар ҡатнашты. Саралар граждандар йәмғиәте институттарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә һәм муниципалитеттарҙа йәмәғәт башланғыстарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы муниципалитеттарҙа даими күсмә осрашыуҙар үткәрә, был халыҡтың мөрәжәғәттәрен туранан-тура алырға һәм уларҙың һорауҙарына оператив яуап бирергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, 2025 йылда Әбйәлил районына сығыу йомғаҡтары буйынса Йәнгел ауылында урамдарҙы яҡтыртыу фонарҙары ҡуйылды, шулай уҡ экологик хәлде контролдә тотоу һәм уникаль тәбиғәт объекттарын һаҡлау өсөн Яҡтыкүлдән, Һабаҡтарҙан һәм Ҡарабалыҡтынан һыу өлгөләрен алыу ойошторолдо.
Үҙенсәлекле балаларҙы үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр булдырырға Президент гранттары ярҙам итә. Сибайҙа «Тылсымлы бармаҡтар» проекты 2025 йылда Президент гранттары фондының беренсе конкурсында еңеүсе булды.
Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мультстудия булдырылған, унда улар ижади һәләттәрен үҫтерә, командала эшләргә һәм үҙ фекерҙәрен сәнғәт аша белдерергә өйрәнә. Проектта ҡатнашыусылар сценарийҙар яҙыусы һәм автор ролендә үҙҙәрен һынап ҡарай, сюжеттар уйлап таба, үҙ персонаждарын булдыра, был уларҙың социаль адаптацияһына һәм ижади ҡеүәттәрен асыуға булышлыҡ итә.
Социаль проекттар айырым балаларҙың ижади реабилитацияһына һәм һөнәри йүнәлешенә нигеҙ булып тора. 2026 йылда президент гранттары Фондының беренсе конкурсында еңеүсе булған «Үҙенсәлекле балалар ҡулында тылсымлы кейеҙ» проекты махсус белем биреү ихтыяждары булған балалар өсөн ижади мөхит булдырыуға йүнәлтелгән. Проект сиктәрендә Сибайҙа традицион башҡорт кейеҙ баҫыу һөнәрен өйрәнеү буйынса оҫтахана ойошторола. Ҡатнашыусылар сеймал әҙерләүҙән алып әҙер әйбер булдырыуға тиклемге бөтә процестарҙы үҙләштерә, был уларға ижади күнекмәләрҙе һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә, киләсәк һөнәрҙе һайлау өсөн нигеҙ була ала.
Грант ярҙамы инвалидтарға ла ярҙам итә. Президент гранттары Фонды ярҙамында, мәҫәлән, Әбйәлил районындағы «Ауыл хәбәрсеһе мәктәбе» проекты инвалидтарҙың ижади потенциалын үҫтереүгә һәм уларҙы медиа-мөхиткә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Проектта ҡатнашыусылар интернет һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләү күнекмәләрен ала, район тормошо һәм йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге тураһында һөйләп, материалдар яҙырға һәм баҫтырырға өйрәнә. Проект ауыл хәбәрселәре командаһын ойошторорға мөмкинлек бирә һәм инвалидтарҙы социаль интеграциялауҙың мөһим ҡоралына әйләнә.
ФЕКЕР
Артур ҒИЛМАНОВ,
БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостанда Кешеләргә булышлыҡ һәм ярҙам итеү төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:
“Сибай ҡалаһында һәм Әбйәлил районында Президент фонды гранттары конкурсына ғаризалар йыйыу буйынса саралар үткәрелде. Ошо саралар барышында республиканың Ресурстар үҙәге уларҙы асыҡ рәүештә ҡарай һәм улар буйынса фекерҙәр йыя. Бынан тыш, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн улар тәҡдим иткән проекттарҙағы техник хааларҙы төҙәтеү буйынса уҡыуҙар ойошторола.
Бөгөн үк шуны әйтергә мөмкин: Ресурстар үҙәгенең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Сибай ҡалаһыбыл конкурсҡа тәҡдим ителгән һәм еңеп сыҡҡан ғаризалар буйынса республикала алдынғы урынды биләй. Беҙҙең бурыс – Урал аръяғы райондарының был эшкә тулыһынса ҡушылыуын тәьмин итеү.
Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.