Кем һөнәре буйынса иң яҡшыһы булыр?

Федераль финал йомғаҡтары буйынса аҡсалата приздар алыусылар билдәләнә. Беренсе урын өсөн – 1 миллион һум, икенсе урын өсөн – 500 мең һум, өсөнсө урын өсөн 300 мең һум ҡаралған. 

Кем һөнәре буйынса иң яҡшыһы булыр?Кем һөнәре буйынса иң яҡшыһы булыр?
Кем һөнәре буйынса иң яҡшыһы булыр?

Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә «Икенсе старт» номинацияһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы үтә.

Был номинация махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн булдырылған. Конкурс ҡатнашыусыларға профессиональ эшмәкәрлеккә ҡайтырға, үҙ оҫталыҡтарын баһаларға, квалификацияһын күтәрергә һәм ижтимағи тормошҡа ышаныслы аҙымдар яһарға ярҙам итә.

Программа теоретик һәм ғәмәли һынауҙарҙы үҙ эсенә ала. Улар шәхсән ҡатнашыу алымында һәм дистанциялы алымда үтә. Ҡатнашыусыларға белемде генә түгел, ә уларҙы реаль профессиональ ситуацияларҙа ҡулланыу һәләтен дә күрһәтергә кәрәк.

Төбәк этабында еңеүсе конкурстың федераль этабында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Ул октябрь башында Һамар өлкәһендә үтәсәк.  

Федераль финал йомғаҡтары буйынса аҡсалата приздар алыусылар билдәләнәсәк. Беренсе урын өсөн – 1 миллион һум, икенсе урын өсөн – 500 мең һум, өсөнсө урын өсөн 300 мең һум ҡаралған.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған йондоҙлоҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Юғары белем һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондайстуденттар ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған Рәсәйҙең пилот төбәктәренең береһе булды. Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылды.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/28882

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас