Файҙалы эштәр йылы
21 Августа , 12:29

Тәбиғәт матурлығы табыш та килтерһен

Бөгөн республикала туризм нисек үҫешә? Ул иҡтисади хәлгә ыңғай йоғонто яһай аламы? Бөгөн "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһы шул темаға арналды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәбиғәт матурлығы табыш та  килтерһенТәбиғәт матурлығы табыш та  килтерһен
Тәбиғәт матурлығы табыш та килтерһен

Бөгөн республикала туризм нисек үҫешә? Ул иҡтисади хәлгә ыңғай йоғонто яһай аламы? Бөгөн "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһы шул темаға арналды.

"365 тәъҫирәт көнө: Башҡортостан менән яңынан танышыу" тип аталған әңгәмәлә журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, "Торатау" геопаркы" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Заһир Хәҙимуллин, "Янғантау" геопаркы" акционерҙар йәмғиәте директоры Аделина Хәсәнова, туристик операторҙар етәкселәре ҡатнашты.

"Туризм тармағы республикала йылдам үҫешә бара, ул хәҙер төбәктең эске тулайым продуктының ике процентын бирә, йылына 25 миллиард һум табыш килтерә", – тине Светлана Михайловна. – "Былтыр республикаға ситтән 2,4 миллион турист килде, был алдағы йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа күберәк".

Йәй әле үтеп бөтмәне, туристар Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүен дауам итә, улар араһында республика халҡы ла, күрше төбәктәрҙән һәм Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар ҙа бар. Матбуғат конференцияһында биләләүҙәренсә, билдәләүенсә, тармаҡты үҫтереүҙә туристың республикаға бер ял көнөнә генә түгел, ә бер нисә көнгә ҡалырға килеүе мөһим.

«Әлбиттә, беҙгә бер аҙнаға, бер нисә көнгә килһендәр ине. Әле туристарҙы йәлеп итеү нөктәләре етерлек. Улар — беҙҙең геопарктар, улар Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның геопарктар селтәренә ингән берҙән-бер парктар. Яңы объекттар ҙа бар: күл һәм йылға буйҙарындағы бәләкәй глэмпингтар, Яҡтыкүл һәм Павловка һыуһаҡлағысында асылған яңы комплекстар. Минеңсә, республикаға килгән һәр турист үҙенә ҡыҙыҡлы, күңеленә ятҡан нәмәне таба ала. Сәнәғәт мираҫына нигеҙләнгән яңы тартылыу нөктәләре лә барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Воскресенск һәм Верхотор. Федераль программа сиктәрендә улар төҙөкләндерелде һәм хәҙер туристарҙы йәлеп итә», — тине Светлана Верещагина.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин