Файҙалы эштәр йылы
7 Сентября , 06:00

Ауылдың киләсәгенә һалынған инвестиция

Салауат районының Мөрсәлим ауылы йәшәү өсөн уңайлы шарттар булған төйәккә әүерелә.  

Ауылдың киләсәгенә һалынған инвестицияАуылдың киләсәгенә һалынған инвестиция
Ауылдың киләсәгенә һалынған инвестиция

Салауат районының Мөрсәлим ауылында заманса ял һәм спорт майҙансығы асылды. Элек планда ғына булған ваҡиға әле һәр ғаилә өсөн ысын байрамға әүерелде.

Тантаналы сарала почетлы ҡунаҡтар - Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев, Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов һәм Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Наталья Пепеляева ҡатнашты. Улар халыҡ менән бергә яңы объекттарҙы ҡарап, урынлаштырылған ҡорамалдарҙың сифатын баһаланы һәм ауылдаштарҙы был әһәмиәтле ваҡиға уңайынан ҡотланы.

Салауат районының "Йәш гвардия" вәкилдәре байрамды ойошторорға һәм уны юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам итте.

Бында иң бәләкәйҙәр өсөн сағыу уйын комплекстары урынлаштырылған: сәңгелдәктәр, каруселдәр, тау, ҡомлоҡтар. Үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн спорт снарядтары, турниктар, асыҡ һауалағы тренажерҙар бар. Хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бүленгән — майҙансыҡтар биләмәһе буйынса йомшаҡ резина япма түшәлгән, ул мөмкин булған йығылыуҙарҙы йомшарта, уйындарҙы, күнекмәләрҙе хәүефһеҙ итә.

Хәҙер Мөрсәлим ауылы балаларының һәм йәштәренең әүҙем ял, аралашыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса уңайлы урыны бар.

Марс Кашапов ауылдаштарға ошондай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте: "Барығыҙҙы ла күркәм ваҡиға уңайынан ҡотлайбыҙ. Яңы биләмә һеҙҙең өсөн — ял, аралашыу, спорт өсөн булдырылды. Әгәр һаҡсыл ҡарашта булһаҡ, майҙансыҡтар беҙҙе оҙаҡ йылдар ҡыуандырыр. Әйҙәгеҙ, бергәләп таҙалыҡты, тәртипте һаҡлайыҡ. Был урын бөтәһе өсөн — бәләкәйҙән алып олоға тиклем — яратҡан мөйөшкә әүерелһен".

Майҙансыҡтарҙы төҙөү "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты һәм уға ингән "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Был — битараф булмаған бөтә кешеләрҙең бергәләп эшләүе ауылдарҙы яҡшыға үҙгәртеүен, уларҙы заманса һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ итеүен күрһәткән аныҡ өлгө.

Яңы майҙансыҡтарҙы асыу — балаларға бүләк кенә түгел, ә ауылдың киләсәгенә һалынған инвестиция. Бында спорт ярыштары, байрам саралары үтәсәк, ә ауылдаштар өсөн ял биләмәһе буласаҡ.

Мөрсәлим ауылы Салауат районында йәшәү, ял итеп, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған тағы бер тораҡ пунктҡа әүерелә.

Фото: Салауат районы хакимиәтенән.

Автор:Илмир Ҡотлогилдин 
Читайте нас