Файҙалы эштәр йылы
14 Сентября , 16:30

Рөстәм Нәбиев яңы шәхси рекорд ҡуйған

- Миңә еңел бирелде тип әйтмәйем. Юҡ. Миңә ысынлап тороп ауырлыҡҡа түҙергә тура килде, ти блогер

Рөстәм Нәбиев яңы шәхси рекорд ҡуйғанРөстәм Нәбиев яңы шәхси рекорд ҡуйған
Рөстәм Нәбиев яңы шәхси рекорд ҡуйған

Рөстәм Нәбиев Өфөлә йүгереү буйынса марафонда ҡатнашып, 40 километрҙан ашыу араны коляскаһын ҡулдары ярҙамында хәрәкәтләндереп ярышҡан. Был еңел булмаған араны ул башҡа йүгереүселәр кеүек үк тиерлек ваҡытта үткән.

Блогер яңы шәхси рекорд ҡуйған.

- Миңә еңел бирелде тип әйтмәйем. Юҡ. Миңә ысынлап тороп ауырлыҡҡа түҙергә тура килде. Ҡул талды, хәл бөттө, әммә мин әйләндереүҙән туҡтаманым. Метр артынан метр, километр артынан километр – шулай сәғәттә 42,2 һандары күренгәнсәгә тиклем. Унан алда ғына Әлмәткә барып таңғы сәғәт биштә ҡайтҡайным, ә 9-ҙа стартҡа баҫтым. Йоҡлап хәл йыймайынса тиһәң дә була, - тип һөйләне Рөстәм Нәбиев.

Шулай уҡ ул марафонда еңмәүе, шулай ҙа уға ла (марафонға) уны еңергә бирмәүе тураһында ла өҫтәне.

Фото: Рөстәм Нәбиевтең “Бәйләнештә”ге шәхси битләүенән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас