Файҙалы эштәр йылы
15 Сентябрь , 17:15

Өфөләге Ленин исемендәге паркты Республика көнөндә асырға планлаштыралар

15 сентябрҙә Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркты үҙгәртеп ҡороу барышы менән танышты.

Өфөләге Ленин исемендәге паркты Республика көнөндә асырға планлаштыраларӨфөләге Ленин исемендәге паркты Республика көнөндә асырға планлаштыралар
Өфөләге Ленин исемендәге паркты Республика көнөндә асырға планлаштыралар

15 сентябрҙә Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркты үҙгәртеп ҡороу барышы менән танышты. Был йәмәғәт киңлеген “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса яңырталар.  

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дөйөм майҙаны 7,5 гектар тәшкил иткән республика баш ҡалаһының иң боронғо парктарының береһенә 1869-1872 йылдарҙа нигеҙ һалына. Һуңғы тапҡыр уға 1980 йылда ҙур реконструкция үткәрелә.

Паркты яңыртыу 2025 йылдың майында башланды. Подряд ойошмаһы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, эштәрҙең төп өлөшө тамамланған да инде. Биләмәлә йәйәүлеләр юлына брусчатка һалыуҙы дауам итәләр, әүһәләйҙәр ҡуялар, яҡтыртҡыстарҙы тоташтыралар, сәскәләр ултырталар, фонтан һауыттарын һыу менән тултыралар. Шулай уҡ Зәки Вәлиди урамы яғынан инеү урынының тарихи аркаһын төҙөү тамамлана, төҙөүселәр ҡоролманың ике башняһын гранит менән көпләгән. Парк төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булғанлыҡтан, уның бөтә төп элементтары һәм объекттары һаҡланып ҡалған. Йәмәғәт киңлеге Республика көнөндә асыла, тине Башҡортостан Башлығы.

- Быны тантаналы шарттарҙа башҡарырбыҙ. Иң мөһиме - был паркты беҙ кешеләр өсөн асабыҙ, сөнки элек килеүселәр аҙ ине. Беҙҙең бурыс – бында бала-саға уйнаһын, йәштәр йөрөһөн, әбей-бабайҙар ял итһен. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым, - тине Радий Хәбиров.

Мәғлүмәт, фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/ufimskiy-park-imeni-lenina-planiruyut-otkryt-ko-dnyu-respubliki-92330/

Өфөләге Ленин исемендәге паркты Республика көнөндә асырға планлаштыралар
Өфөләге Ленин исемендәге паркты Республика көнөндә асырға планлаштыралар
Өфөләге Ленин исемендәге паркты Республика көнөндә асырға планлаштыралар
Өфөләге Ленин исемендәге паркты Республика көнөндә асырға планлаштыралар
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас