

Иртәгә, 9 октябрь 19.00 сәғәттә, Өфөләге Ленин исемендәге парк үҙгәртеп ҡоролғандан һуң яңынан үҙ ишектәрен аса. Был көндә ҙур байрам булыуы көтөлә.
Ҡунаҡтарҙы бай программа көтә:
Zainetdin этно-шоуы
“Голос” шоуында ҡатнашыусылар – Илдар Абдуллин һәм Наҙгөл Отузова
Балалар хоры һәм бейеү коллективтары
Кисәнең хедлайнеры – IOWA төркөмө сығыштары.
Төп сәхнә - Туҡай урамы яғынан, Республика йорто янында.
Байрам Республика көнөнә тура килә, шуның өсөн йылы, сағыу һәм ҡала халҡын бергә туплаусы сара булыр ул.
Инеү түләүһеҙ. Ғаиләгеҙ менән килегеҙ, дуҫтарығыҙҙы саҡырығыҙ! Һеҙ ҙә уның асылыуын көткәнһегеҙҙер, тип ышанабыҙ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!