Ғорурланабыҙ
10 Октябрь 2022, 17:30

Аграр фронт геройы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны тап шулай атаны.

Аграр фронт геройыАграр фронт геройы
Аграр фронт геройы

Башҡортостандың иң яҡшы комбайнсыһы тигән даны бар Федоровка районы Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы Риф Ҡантимеровтың.

Ул баҫыуҙа 36 йыл хеҙмәт итә. Уҙған йылда ураҡ мәлендә үҙенең комбайны менән ике тоннанан ашыу иген һуғып алып, конкурста ”Иң яҡшы иген йыйыу комбайны операторы” номинацияһында еңеү яуланы һәм автомобилгә лайыҡ булды. Шул ваҡытта Радий Фәрит улы уны "Аграр фронт геройы" тип атаны.

Ысынлап та, тап ошондай хеҙмәт батырҙары арҡаһында пандемия ваҡытында ла республикала ҡытлыҡ булманы. Улар – Башҡортостан ғорурлығы.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас