Ғорурланабыҙ
11 Октябрь 2022, 06:20

“Бала саҡтан башҡорт икәнемде беләм!”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында билдәле скульптор, педагог, профессор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, арҙаҡлы милләттәшебеҙ Салауат Щербаков булып китте.

“Бала саҡтан башҡорт икәнемде беләм!”“Бала саҡтан башҡорт икәнемде беләм!”
“Бала саҡтан башҡорт икәнемде беләм!”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында билдәле скульптор, педагог, профессор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй Художество академияһы академигы, арҙаҡлы милләттәшебеҙ Салауат Щербаков булып китте.

Ул "Аҡбуҙат" журналы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге менән берлектә ойошторған "Боронғо дөйә" беренсе республика балалар һүрәттәр конкурсында Гран-при яулаған Инесса Ғәлинаға бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ легендар генерал Шайморатов һәйкәленең авторы республика халҡын ысын күңелдән байрам менән тәбрикләне һәм Башҡортостанға килгән һайын иҫ киткес йылылыҡ, самими ихласлыҡ тоям, тип белдерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты  Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова түбәндәгеләрҙе билдәләп үтте:   

 – Бөгөн Башҡортостан халҡы икеләтә байрам  билдәләй: Республика көнөндә баш ҡалабыҙҙың йөрәгендә легендар генерал Шайморатовҡа һәйкәл асылды.

Бынан өс йыл элек, 2019 йылда, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, бөйөк яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң үҙәгендә – Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласаҡ, тип белдергәйне. Артабан был туралағы Указ донъя күрҙе. Һәйкәл өсөн урын юҡҡа һайланмаған: тарихи мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, тап ошо майҙандан башҡорт дивизияһы яугирҙәре фронтҡа юлланған.

Һәйкәлдең авторы, скульптор Салауат Щербаков менән иһә Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайын күптән дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Үҙенең тамырҙары менән төптән ҡыҙыҡһынған, башҡорт рухы менән илһамланып йәшәгән скульптор бер Өфөгә килгәнендә:  "Бала саҡтан  башҡорт икәнемде белдем. Атайым: "Мин — башҡорт, исемем Дәүләтхажи, һин дә - башҡорт", тип үҫтерҙе", — тигәйне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Салауат Щербаковҡа Ҡыпсаҡ ырыуы тарихы яҙылған китап бүләк итте. Китапты асып, Ишкилдин Сиражетдин исемле ҡартатаһын табып, ул бик ғәжәпләнгәйне. Баҡһаң, скульптор башҡорт ырыуҙары тураһында ошондай төплө баҫмалар барлығын бығаса белмәгән.

Бөгөн иһә арҙаҡлы  милләттәшебеҙ Салауат Щербаков илһамлы ижады менән исемен мәңгелеккә Башҡортостан тарихына яҙҙы. Генерал Шайморатовҡа һәйкәл –  тарихыбыҙҙың ни тиклем оло һынауҙар, юғалтыуҙар аша үткәнен тағы берҙе дәлилләгән миҫал ғына түгел, ошо ҡатмарлы осорҙа ҡуйылған заман символы ла,  –  тине Эльвира Ринат ҡыҙы.  

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас