Ғорурланабыҙ
11 Октябрь 2022, 18:00

Бына ул - беҙҙең һәйкәл!

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө мөһим ваҡиғаға бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты. 

Бына ул - беҙҙең һәйкәл!Бына ул - беҙҙең һәйкәл!
Бына ул - беҙҙең һәйкәл!

Бөгөн Башҡортостанда күптән көткән мөһим ваҡиға булды – Өфөнөң Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров ошоға бәйле тәьҫораттарын еткерҙе.

“Бына ул - беҙҙең һәйкәл. Бар республикабыҙ өсөн күптән көтөлгән мөһим ваҡиға. Был Башҡортостандың бөтә данлы яугирҙәре хөрмәтенә мемориал. Көслө энергетикалы һәм тәрән мәғәнәле мемориал.

Монументаль композицияның нигеҙендә – Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа һәйкәл. Легендар генерал, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирына, халҡыбыҙҙың күңеленә һәм уның батырлыҡ символына арналған. Беҙ тарихи ғәҙеллекте тергеҙгән, дивизия командирына Рәсәй Геройы исемен биргән ил Президенты Владимир Путинға ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ.

Бар Башҡортостан халҡы исеменән һәйкәл авторына – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Александрович Щербаковҡа рәхмәт белдерәм. Ул Миңлеғәле Шайморатовтың характер үҙенсәлектәрен һүрәтләүгә, Башҡортостан геройҙарының милли пантеонын булдырыуға өлгәште. Генерал Шайморатовтың яҡты иҫтәлеген һаҡлаған Донбасс халҡына рәхмәт белдерәбеҙ. Бында, һәйкәл нигеҙендә, генералдың һәләк булған урынынан килтерелгән тупраҡ. Сараны асыу тантанаһында Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилиндың ҡатнашыуы символик мәғәнәгә эйә.

Хәҙер был урын – һәммәбеҙ өсөн дә изге ер. Геройҙар иҫтәлеге алдында баш эйеү урыны. Бында балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә Рәсәй тарихы хаҡында һөйләйәсәкбеҙ, уларҙы ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләйәсәкбеҙ.

Бөгөн бөтөн илебеҙ менән һөйөклө Рәсәйебеҙҙе һаҡлауға баҫабыҙ. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов кеүек. Ватаныбыҙҙың миллионлаған тоғро улдары кеүек.

Һәм ошо көндән алып Совет майҙанында куранттар көн һайын “Шайморатов генерал” йыры көйөнә һуғасаҡ – Тыуған илен һаҡлағандарҙың барыһына ла хөрмәт, рәхмәт билдәһе был.

Ватаныбыҙ геройҙарына мәңгелек дан!" - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ", видео Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас