Ғорурланабыҙ
11 Октябрь 2022, 17:30

"Етәкселәр алып барған сәйәсәт оҡшай"

Элекке Премьер-министр Рафаэль Байдәүләтов республика халҡын байрам менән ҡотланы. 

"Етәкселәр алып барған сәйәсәт оҡшай""Етәкселәр алып барған сәйәсәт оҡшай"
"Етәкселәр алып барған сәйәсәт оҡшай"

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышҡа төбәк үҫешенә ҙур өлөш индергән ветерандар ҙа саҡырылғайны. Араларында Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов та бар ине. Ул республика халҡын байрам менән ҡотланы.

– Бөгөн ҙур байрам, бында ҙур теләк менән килдем. Республика үҫешенә ҡатнашлығым булған кешемен. Был көндә, ғәҙәттә, үткән йылға йомғаҡ яһайҙар. Бер йыл эсендә күп нәмә үҙгәрҙе. Шул уҡ ваҡытта республика үҫешә. Етәкселегебеҙ алып барған сәйәсәт оҡшай. Ауыл һәм ҡалалар матурлана, төҙөкләнә. Быйыл рекордлы күләмдә - биш миллион тонна уңыш йыйылды – ҙур ҡыуаныс бит!

Бөгөн Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы үтә мөһим ваҡиға булды. Мин үҙем - һуғыш осоро балаһы, атайым тыуыуым тураһында белеп кенә өлгөргән һәм һәләк булған. Һәйкәл - илебеҙҙе һаҡлап баш һалғандарға хәтер һәм дан билдәһе. Башҡортостанр халҡын байрам менән ҡотлайым. Изгелек, һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләйем, – тине ул.

Автор фотоһы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас