Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
11 Октябрь 2022, 21:00

Хәрби әҙерлек үткән Сибай егеттәре ни хәлдә?

Ҡаланың сәнғәт училищеһы директоры Замир Йәнтүрин: “Шайморатов генерал" йырын күмәкләп башҡарған видеоны яңынан яҡшыраҡ итеп төшөрөрбөҙ тип уйлағайныҡ та, тик..."

Хәрби әҙерлек үткән Сибай егеттәре ни хәлдә?
Хәрби әҙерлек үткән Сибай егеттәре ни хәлдә?

Сибайҙан мобилизацияланған бер төркөм ир-егеттең автобуста “Шайморатов генерал” йырын йырлап барыуының видеояҙмаһы бөтә илде урап сыҡҡандыр, моғайын. Ҡаланың сәнғәт училищеһы директоры Замир Йәнтүрин ошо яҙмаға һәм хәрби хеҙмәткә бәйле тәьҫораттары, фекерҙәре менән уртаҡлашты.

“Был видеоны беҙ яңынан яҡшыраҡ итеп төшөрөрбөҙ тип уйлағайныҡ та, тик ул таралып та өлгөрҙө, – тип йылмая Замир Таһир улы. – Мобилизация буйынса повестканы мин дә, ғаиләм ағзалары ла тыныс ҡабул иттек. Мин бит йәш саҡта хәрби ант биргән кеше, шуға яуға ла һис икеләнмәй юлландым. Бында беҙ, яҡташтар һәм райондаштар, тығыҙ аралашабыҙ, бер-беребеҙгә терәк булырға тырышабыҙ. Полк формалашты, тимәк, яҡташтар махсус хәрби операция урынында ла бергә буласаҡ”.

Замир Йәнтүрин армия хеҙмәтен ун йыл элек үтәгән. Сәнғәт училищеһында, директор вазифаһынан тыш, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрына етәкселек итә, дәрестәр алып бара. Ҡатыны Юлиә Сибай дәүләт филармонияһында эшләй. Ҡыҙы урта музыка мәктәбендә белем ала, флейтала уйнау серҙәрен өйрәнә.

Татарстан биләмәһендәге дислокация урынында Замир Йәнтүрин Башҡортостан Башлығының Башҡортостан Республикаһынан саҡырылған хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эш итеү мәсьәләре буйынса йәмәғәт башланғысындағы советнигы булып тора.

Автор фотоһы.

Хәрби әҙерлек үткән Сибай егеттәре ни хәлдә?
Хәрби әҙерлек үткән Сибай егеттәре ни хәлдә?
Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: