Ғорурланабыҙ
12 Октября 2022, 13:00

“Бурысыбыҙ – кеше ғүмерен оҙайтыу”

Ауыр яраланған ирҙең йөрәге туҡтай, бары тик үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған табиптың һалҡын ҡанлылығы һәм һәләте арҡаһында ғына ул иҫән ҡала.

“Бурысыбыҙ – кеше ғүмерен оҙайтыу”“Бурысыбыҙ – кеше ғүмерен оҙайтыу”
“Бурысыбыҙ – кеше ғүмерен оҙайтыу”

Илнур Мәсәлимов мәктәптә уҡығанда уҡ табип булырға ҡарар итә. Колледжда уҡыу менән бергә эшләп тә йөрөй. Илнур Вәхит улы һәр ваҡыт ауыр йә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер. Тап шуның өсөн дә Авдон – Йоматау юлындағы автоһәләкәттәрҙең береһендә ул ҡаза күреүсене ҡотҡара. Ауыр яраланған ирҙең йөрәге туҡтай, бары тик үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған табиптың һалҡын ҡанлылығы һәм һәләте арҡаһында ғына ул иҫән ҡала. Илнур Мәсәлимов генерал-майор М. Шайморатов ордены менән бүләкләнә.

“Беҙҙең һөнәр эйәләренең төп бурысы — кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың ғүмерҙәрҙен оҙайтыу, ҡотҡарыу. Бының өсөн белгәнемдең, ҡулымдан килгәнемдең, эшләй алғанымдың барыһын да эшләйәсәкмен. Минең өсөн иң мөһиме шул”, – ти маҡтаулы табип.

Башҡортостандар ошондай шәхестәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

 

Фотолар: видеонан скриншот.

“Бурысыбыҙ – кеше ғүмерен оҙайтыу”
“Бурысыбыҙ – кеше ғүмерен оҙайтыу”
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас