

Хирургтар көн һайын йөҙәрләгән төрлө ҡатмарлы әмәлиәттәр яһай. Уларҙың эргәһендә һәр саҡ ышаныслы ярҙамсылары – анестезиолог-реаниматологтар тора. Был медицина хеҙмәткәрҙәренең көндәлек эшмәкәрлеге батырлыҡҡа тиң.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының медицина хеҙмәткәре, анестезист Мозафар Хоҙайбердиев - тап шундай ҡыйыу йөрәкле, һөнәренә тоғро профессионалдарҙың береһе. Табиптар ғаиләһендә тыуып үҫкән егеткә икеләнергә, оҙаҡ уйланырға тура килмәй, ул медицина эшмәкәрлеген һайлай һәм яңылышмай.
35 йыл дауамында һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләгән Мозафар Ибраһим улы ниндәй генә ауыр, көтөлмәгән хәлдәрҙән ауырыуҙарҙы алып сыҡмаған, иң көсөргәнешле мәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай, ҡыл өҫтөндәге ғүмерҙәрҙе һаҡлай алған! Клиникала ойошторолған “ҡыҙыл зона”ға ла, ул иң беренсе булып инеп, эш башлай. Яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә ҙур өлөш индерә, һөнәри бурысын үтәгәндә фиҙакәрлек өлгөһө күрһәтә.
2021 йылдың 4 апрелендә Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус менән көрәшкә ҡыйыу күтәрелгән, һәр пациенттың ғүмерен һаҡлауҙа көнө-төнө эшләгән бер төркөм табиптарҙы наградлау тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Улар араһында Башҡортостандан 11 медицина хеҙмәткәре лә бар ине. Наградланыусылар араһында Мозафар Хоҙайбердиевтың булыуын күреп, хеҙмәттәштәре, пациенттары лайыҡлы баһа менән уны ысын күңелдән ҡотланы. Мозафар Ибраһим улы II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде.
Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, медицина хеҙмәткәре эшендә иң мөһиме – пациенттың ышанысы. “Беҙ улар менән бергә эшләйбеҙ, бергә көрәшәбеҙ, ғүмерҙән дә мөһимерәк нимә юҡ”, – ти Мозафар Хоҙайбердиев.
#ПоводГордиться #Башҡортостан105 #яңылыҡтар #Башҡортостан
Фото:mgazeta.com