

Социаль селтәрҙәрҙә йөрәкте өтөп алырлыҡ видеояҙма таралған: бер төркөм милләттәштәребеҙ өҙҙөрөп башҡортса йырлай. Йырҙың да ниндәйен бит әле - "Әсәйем доғалары"!
Иң ауыр минуттарҙа, һынау килгәндә, йөрәк әрнегәндә беҙ иң яҡын кешебеҙгә - әсәйгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Уның доғалары һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа. Был яу яланындағы ир-егеттәрҙе лә әсәйҙәрҙең, беҙҙең һәммәбеҙҙең доғалары һаҡлаһын! Имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһын егеттәр!
Әйткәндәй, видеолағы ир-егеттәрҙе таныһағыҙ, комментарийҙа яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ. Ил батырҙарын белергә тейеш!
Фото һәм видео социаль селтәрҙән.