

Ҡарап тороуға нескә ҡатын-ҡыҙ булһа ла, Галина Супрун яуаплы эш башҡара – ул башня кранының машинисы булып эшләй. Ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт стажы булған һөнәр оҫтаһы Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе исемен йөрөтә. Галина Сергеевна баш ҡалабыҙҙың Инорс, Затон, Сипайлово, Көньяҡ, Колгуевск, Миловка, Кузнецов затоны микрорайондарын төҙөүҙә ҡатнашҡан.
Үҫмер сағынан һайлаған һөнәренә ул бер ҡасан да үкенгәне булмаған. “Бейектә ҡурҡыныс түгелме?, тигән һорауҙы ла уға йыш бирәләр.
- Бер ҡасан да ҡурҡҡаным юҡ, - тип яуап бирә ул, сөнки кранының кабинаһынан ҡаланы күҙәтергә ярата. Шуға Өфөнөң ни тиклем матур булыуын да ул икеләнмәй әйтә ала.
Галина Сергеевна кеүектәр – Башҡортостан ғорурлығы.