Ғорурланабыҙ
13 Октябрь 2022, 12:45

Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде!

Татьяна Кучинаны Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтә лә бик яҡшы беләләр.

Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде!Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде!
Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде!

Табибә Татьяна Кучинаны Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтә лә бик яҡшы беләләр. Татьяна Алексеевнаның даны тотош Рәсәйгә таралыуының сере ябай ғына – ул һөнәрен ярата һәм кешеләргә яҡшы мөнәсәбәт булдырған.

Әйткәндәй, Татьяна Кучина Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы Үҙәк патологоанатомия бүлегенең дөйөм патология бүлеге мөдире кеүек яуаплы вазифаны башҡара.

– Һайлаған һөнәрем буйынса эшләйем, “бүтән тармаҡҡа китергә ине, ниңә табип һөнәренә уҡыным инде” тип бер ҡасан да артҡа сигенгәнем юҡ, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Беҙ, врачтар, барыбыҙ ҙа, кешеләр һаулығы һағында торабыҙ. Көн дә уларға кәрәкбеҙ, үҙ сиратында, улар көн дә беҙҙең ярҙамға мохтаж.

Татьяна Алексеевна Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған. 1992 йылда эш башлаған.

Татьяна Кучина әйтеүенсә, патолоанатомия һине шунда уҡ ситкә этәрә йәки ул ғүмер буйына һиндә ҡала, ә берҙәм коллектив эштә ниндәй ҙә ауырлыҡтарҙы еңел йырып сыға.

Ҡыуаныслы яңылыҡ бар, коронавирус инфекцияһы баш ҡалҡытҡанда бурысына яуаплы ҡарағаны һәм үҙен аямағаны өсөн Татьяна Кучина Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнгән. Беҙ ҙә, яҡташыбыҙҙы күркәм бүләге менән ҡотлайбыҙ! Татьяна Алексеевна менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!

Фото: Татьяна Кучинаның “Классташтар” төркөмөнән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас