

Үҙ һөнәренең оҫталары һәр өлкәлә кәрәк һәм мөһим. Белемле кадрҙарҙан башҡа алға китеш тә юҡ. Беҙ быны айырыуса донъяға көтмәгәндә ябырылған пандемия осоронда ныҡ тойҙоҡ. Күҙгә күренмәгән дошманға ҡаршы көрәш ваҡытында фиҙакәрлек, ҡыйыулыҡ менән бер рәттән, профессионаллек, һөнәреңә тоғролоҡ кеүек сифаттар бик ҡиммәт.
Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы табибы Лилиә Шәрифулла ҡыҙы Латипова бәләкәйҙән кешеләргә ҡарата ярҙамсыл, ихлас мөнәсәбәтле булып үҫә. Оло ғаиләләге мөхит, берҙәмлек шуға булышҡандыр ҙа, ҡыҙ кесе йәштән табип булырға ҡарар итә. Ҡулына диплом алыу менән тыуған ауылына эшкә ҡайта һәм хирург булып эш башлай. Аҙаҡ әҙерлек үтеп, яңы белгеслеккә эйә була, шулай итеп, Йыланлының беренсе анестезиологы эш башлай.
Бына 46 йыл инде Лилиә Шәрифулла ҡыҙы тыуған районында ҡыйғыларҙың һаулыҡ һағында тора. ”Табиплыҡ – минең тормошом, йәшәү мәғәнәһе”, ти ул. Коронавирус менән көрәштә фиҙакәрлек һәм юғары профессионаллек күрһәткәне өсөн тәжрибәле табип Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Хеҙмәттәштәре уның менән бөгөн дә ысын күңелдән ғорурлана һәм остаздарына ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф теләй.
Фото:mgazeta.com