

Генерал-майор Тимофей Азаров – сығышы менән Брянск өлкәһе Брасов районының Жучок ауылынан. Егет урта мәктәпте уңышлы тамамлаған. Артабан үҫмер Ырымбур юғары зенит ракета команда училищеһына уҡырға ингән.
– Бәләкәйҙән көслө булырға ынтылдым, физкультура дәрестәрен бер ҡасан да ҡалдырманым, – тип һөйләй Тимофей Михайлович. – Мәктәп йылдарында уҡ “Шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау” тигән ҡанатлы һүҙҙәр күңелемә тынғылыҡ бирмәне. Ырымбур ҡалаһындағы хәрби училищены һайлауыма ҡыуанысым сикһеҙ.
Йәш офицерҙы Карпат буйы хәрби округына хеҙмәт урынына оҙаталар. Бында ул үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. “Мин – офицер”, “һин – һалдат” тип һис кенә лә танау өҫтөнән ҡарамай, киреһенсә, һалдаттар менән һәр саҡ бергә йөрөй.
Бөгөн беҙ генерал-майор Тимофей Азаровты Башҡортостандың экс-хәрби комиссары тип беләбеҙ. Тимофей Михайлович алты миҙал менән бүләкләнгән. Беҙ, башҡортостандар, генерал-майор Тимофей Азаров менән ғорурланабыҙ!
Фото: http://eurasian-defence.ru/