

Пандемия медицина хеҙмәткәрҙәрен бығаса булмағанса ойошҡанлыҡ менән бер усҡа тупланы. Был һоҡланырлыҡ заман геройҙарының күбеһе менән уҡыусыларыбыҙҙы гәзит биттәрендә таныштыра килһәк тә, фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡ күңелен яулаған аҡ халатлыларҙың барыһы хаҡында ла әлегәсә һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Шул хеҙмәт батырҙарының береһе, күп йыллыҡ намыҫлы эшмәкәрлеге өсөн Пирогов ордены менән наградланған Айрат Рәйес улы Вәлиәхмәтов хаҡында пациенттары тик йылы һүҙҙәр әйтә.
Өфөләге 18-се дауаханала көсөргәнешле хеҙмәт көнө-төнө дауам иткән, ҡыл өҫтөндә торған ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ныҡышмалы көрәш барған осорҙа реанимация бүлексәһе мөдире Айрат Рәйес улы менән тәү тапҡыр танышырға тура килгәйне.
Ул беҙҙе элек реанимация бокстары урынлашҡан, хәҙер “таҙа зона” иҫәпләнгән ҡатҡа алып килде. Һәр ерҙә дауаханаларға хас аҡ стеналар, стерилле, таҙалыҡ хөкөм һөргән иркен коридорҙар, тәрән тынлыҡҡа сумған медицина учреждениеһы бер ниндәй ығы-зығыһыҙ ҡаршы алғайны. Беҙ көткән йәнлелек тойолманы. Бүлексә мөдире ошо айырыуса мәшәҡәтле, ауыр осорҙо иҫкә төшөрөп, медицина тармағының иң ҡатмарлы өлкәһе иңенә төшкән бурыстарға туҡталды.
“Ковид сирлеләр өсөн алтынсы ҡатта айырым бүлексә булдырылды, сөнки пациенттар күп ине. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан имгәнеүҙәр, йөрәк-ҡан тамырҙары, гинекология сирҙәре, юл-транспорт ваҡиғаһына юлығыусылар ошонда килтерелә. Айырыуса үткән йылдың октябрь-ноябрь айҙары бик көсөргәнешле булды, тәүлегенә 70-80 пациентты ҡабул иттек”, - тип иҫкә төшөрә ул тынғыһыҙ ваҡытты Айрат Рәйес улы.
Өфөләр хәтерләйҙер ҙә әле, Пирогов ордены менән наградланған Айрат Рәйес улының портреты башҡа хеҙмәттәштәренеке менән бергә баш ҡала урамдарын оҙаҡ ҡына биҙәп торҙо. “Рәхмәт, доктор!” акцияһы барышында хөрмәткә лайыҡ заман геройҙары менән шул рәүешле булһа ла бер аҙ танышҡайныҡ инде.
Дәүләкән районында тыуып үҫкән буласаҡ табип Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң тап ошо 18-се ҡала дауаханаһына эшкә урынлашҡан. Ошо көнгәсә анестезиолог-реаниматолог, хәҙер инде реанимация бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡара.
Табиптың егерме алты йыл буйына медицина тармағының иң ауыр, ҡатмарлы өлкәһендә өҙлөкһөҙ эшләүе хайран ҡалдыра. “Реанимациялағы эш физик яҡтан да, әхлаҡи яҡтан да ауыр, быны инҡар итеп булмай. Айырыуса тормош тәжрибәһе булмаған, һөнәрен тулыһынса үҙләштереп етмәгән йәштәргә ауырға тура килә. Профессиональ яҡтан тиҙ яныуға дусар улар. Шулай ҙа анестезиолог-реаниматолог өсөн иң ҡыйыны – дөрөҫ ҡарарға килеү өсөн ваҡыттың тығыҙлығы. Бик тиҙ башты эшләтергә, иң хәүефһеҙ юлды һайлай белергә кәрәк. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн наркоз биреү, операция мәлендә пациенттың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү, тейешле кимәлдә ҡан запасы булдырыу – барыһы ла мөһим”, – ти ул.
Эпидемияның ныҡ ҡоторған осоронда бүлексәнең бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре лә тиерлек коронавирус инфекцияһын йоҡтора, һауыҡҡандан һуң вакцина яһата.
“Табиптарҙың арып-талсығыуы, профессиональ яныуы беҙгә лә хас. Кеше хеҙмәтенең емешен күрер өсөн бар белемен, көсөн, энергияһын түгә, тик ҡайһы саҡ тырышлыҡ та көткән һөҙөмтәне бирмәй. Хеҙмәтенең бушҡа түгелеүен күргән табипта йыш ҡына һөнәргә хас яныу билдәләре күренә башлай. Мәҫәлән, уның пациент күрергә теләгән дәрәжәлә иғтибарҙы күрһәтә һәм күңел йылыһын бирә алмауы мөмкин. Шуға күрә мөдир булараҡ минең төп бурыстарымдың береһе – эште дауалау сифатына зарар килтермәҫлек итеп, мөмкин тиклем уңайлы ойоштороу, ялды дөрөҫ планлаштырыу, тәьҫирле дәртләндереү сараларын ҡулланыу.
Ковид-госпиталдә эшләгән йәш белгестәр өсөн һәр көндөң сынығыу, тәжрибә туплау мәктәбе булғанын да танырға кәрәк. Бында бер аҙнала күргән-кисергәнде һәм алған тәжрибәңде ғәҙәттәге ваҡытта бер йыл эсендә лә туплап булмай", – тип иҫәпләй Айрат Рәйес улы.
"Дүртенсе тулҡындың үтә ауыр үтеүе сер түгел. Быны бөтә бүлексә хеҙмәткәрҙәре лә яҡшы тойҙо. Стационар пациенттар менән шығырым тулды, бер осор беҙҙә 522 ауырыу дауаланды. Әйтеүемсә, 18-се дауахана ҡаты сирләгән ковид-ауырыуҙарҙы үҙ яуаплылығына алған иң ҙур медицина учреждениеһы булды. Контингент үҙе лә бик “ауырайҙы”. Сәбәбен әлегәсә асыҡлап булмай, бәлки, вирус штамы үҙгәргәндер, бәлки, миҙгелгә хас вируслы сирҙәр ҡушылып ковидты көсәйткәндер. Кислородҡа бәйле ауырыуҙар артты, дауаханаға килеп инеүҙәре менән уларҙың 70 процентына кислород ярҙамы талап ителде. Ҡаты ауырыуҙар күп булғас, юғалтыуҙар ҙа арта, ә был хәл менән килешеүе беҙгә лә бик ауыр ине. Йыш ҡына мәкерле вирусҡа микробтар ҡушыла, шунан сепсис башлана, аҙаҡ үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырырға тура килә. Беҙ бит ыңғай хәлдәргә ҡарағанда күңелһеҙ ваҡиғаларға нығыраҡ иғтибар йүнәлтәбеҙ. Реаниматологтар үпкәһенең йөҙ проценты зарарланған пациенттарҙы ла аяҡҡа баҫтырыуҙары, ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә торған әллә күпме кешене үлем тырнағынан алып ҡалыуҙары менән һис ғорурланмай, бары үҙҙәренең көндәлек эше тип иҫәпләй.
Бындай һөйөнөслө ваҡиғалар ярайһы күп булһа ла, күңелде яралағандары, хафаландырғандары, әрнеткәндәре йөрәктә нығыраҡ ҡала. Мин әлегә үҙемдең тормошомдо ошо тынғыһыҙ реанимация бүлексәһенән башҡа күҙ алдыма килтерә алмайым”, - ти Айрат Вәлиәхмәтов.
Фото А. Вәлиәхмәтовтың шәхси архивынан.