

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Евгений Евдокимовтың һүҙҙәренсә, һөнәр һайлау алдында торғанда, ул ике уйламай медицина йүнәлешен һайлаған.
Евгений Викторович бөгөн Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы Үҙәк патологоанатомия бүлегенең мөдире, бер үк ваҡытта табип-патологоанатом булып та эшләй. Шуныһы, медицинала был тармаҡ иң ауырҙарҙан һанала. Пациентты ғүмер буйына күҙәтергә кәрәк, операциянан һәм биопсия алғандан һуң уларҙың һәр береһе иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Евгений Евдокимовҡа 49 йыл эсендә төрлө ҡатмарлыҡтарҙы үтергә тура килгән, әммә ковид менән осрашыуҙы бер нәмә менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкәне һәм үҙ-үҙен аямағаны өсөн Евгений Викторович Евдокимов Пирогов ордены менән бүләкләнгән.
"Беҙҙең дауаханаға төрлө кешеләр килә, – ти Евгений Евдокимов. – Кемдер тормоштан бөтөнләй төңөлгән, икенселәр иһә нисек тә ауыр сиренән арынырға теләй, табиптарға һуңғы өмөтөн бағлай. Барыһының да иңдәренә ҡанат ҡуйырлыҡ һүҙҙәр табабыҙ, йыуатабыҙ. Һәр кешегә айырым дауаланыу курстарын билдәләйбеҙ".
Евгений Евдокимов менән барыбыҙ ҙа сикһеҙ ғорурланабыҙ!
Фото: https://like.doctor/ufa/.