

Майор Валентин Солодовник ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһы һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы үтә. Уның ябай телдә һөйләүе, бер яуаптан да ҡасмауы хөрмәт уята.
– Миңә үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һәр һорауҙы бирә алаһығыҙ, тартынмағыҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ, – тип уның хәбәрселәргә дәрт өҫтәгәне хәтерҙә.
Өфө ҡалаһы 3-сө разрядлы Хәрби комендатура гарнизонының хәрби коменданты Валентин Николаевич ҡыҙыу нөктәләрҙә дошман менән алышҡан. Сүриәлә махсус хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән. Әйткәндәй, тап майор Валентин Солодовник Көнсығыш Гутала дошмандар менән һөйләшеүҙәр алып барған, шул уҡ ваҡытта ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, халыҡты атыш-үлтереш барған урындан алып сыҡҡан.
Майор Валентин Солодовник ҡаһарманлыҡтары өсөн генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.
Беҙ, Башҡортостан халҡы, Башҡортостан Башлығының патриотик тәрбиә мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Валентин Николаевич менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!
Фото: https://vk.com/