

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Башҡортостан халҡы йыйған гуманитар ярҙамды махсус хәрби операцияға Башҡортостандан саҡырылған, әлеге ваҡыттта Симферополь һәм Севастополь ҡалалары госпиталдәрендә дауаланған һәм реабилитация үткән һалдаттарға тапшырҙы. Республикабыҙҙан ебәрелгән гуманитар йөккә беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре, кейем-һалым һәм күстәнәстәр инә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла, Башҡортостан үҙ яугирҙәре хаҡында һәр саҡ хәстәрлек күрә, тип билдәләй.
– Был гуманитар ярҙам республика халҡы исеменән Севастополгә ебәрелгән, әлеге ваҡытта унда беҙҙең байтаҡ ир-егеттәребеҙ дауалана һәм реабилитация үтә. Бында улар тәүге сиратта Севастополдә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың, йәмәғәт әүҙемселәренең иғтибарын һәм хәстәрен, уларҙың даими ярҙамын тоя – был бик ҡыуаныслы. Әүҙемсе яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт, ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡыҙҙар йөҙгә яҡын яугиргә ярҙам күрһәткән, кейем-һалым, телефондар һатып алған, йорттарынан тәмлекәстәр бешереп килтереп һыйлаған. Егеттәребеҙҙең рухын күтәреү өсөн был саралар бик мөһим, сөнки йорт йылыһын, яҡындарҙың хәстәрен тойоу һәр кемгә ыңғай тәьҫир итә.
Ғөмүмән, яугирҙәребеҙ Тыуған илебеҙҙең, ватандаштарыбыҙҙың даими ярҙамын күрергә, тойорға тейеш. Ысынлап та, улар артында - тотош дәүләт. Улар – беҙҙең терәгебеҙ һәм яҡлаусыларыбыҙ, шул уҡ ваҡытта һәр ҡайһыбыҙ Ватанды һаҡлау кеүек изге эштә уларға теләктәшлек, хәстәр күрһәтергә тейеш. Миҫалға ошондай гуманитар ярҙам йыйыуҙы ғына алайыҡ: һәр кем был кәрәкле һәм мөһим эшкә үҙ өлөшөн индерә ала. Беҙ, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, был эш менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, гуманитар ярҙамды мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлек үткән һәм махсус хәрби операция барған урындарға даими оҙатабыҙ.
Унан тыш, форсаттан файҙаланып, яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә Ҡырымдағы әүҙемселәр исеменән мөрәжәғәт иткем килә. Әгәр Севастополдә, Симферополдә һәм Феодосияла дауаланған яҡындарығыҙ тураһында мәғлүмәт белергә теләһәгеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисына йәки Ҡырымға, 7 917 443-33-36 телефонына шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ был номерҙар буйынса яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә әҙер булған һәр кеше мөрәжәғәт итә ала, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты билдәләүенсә, шулай уҡ республикала мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса координация штабы булдырылған һәм әүҙем эшләп килә, төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеүҙе ойоштора. Мәғлүм булыуынса, яугирҙарҙың ғаиләләренә өс тиҫтәгә яҡын махсус ярҙам сараһы ҡаралған – республика яугирҙәр, уларҙың туғандары, яҡындары хаҡында даими хәстәрлек күрәсәк, иғтибарҙан айырмаясаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов гуманитар ярҙамды туплауҙа Башҡортостандан ғына түгел, башҡа субъекттарҙан да, сит илдәрҙән дә ярҙам килеүен билдәләй – йәмәғәт ойошмаһы донъяның 36 илендә ойошторолған бөтә ҡоролтайҙарға ла мөрәжәғәт иткән.
– Беҙҙең «Йөрәк йылыһы» гуманитар акцияһына Европала, Урта Азияла йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа әүҙем ҡушылды. Уның төп маҡсаты – һалҡындар етер алдынан яугирҙар өсөн йылы кейем хәстәрләү. Әлеге ваҡытта Севастополдә дауаланған яҡташ егеттәргә йылы кейем, ойоҡбаш һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып килдек. Беҙҙең акцияны республика етәкселеге лә, төбәктең эшлекле даирәләре лә хуплап сыҡты, берәү ҙә вайымһыҙ ҡалманы. Шулай уҡ әлеге ваҡытта медицина ҡорамалдары, башҡа ҡорамалдар тейәлгән йөк тә килеп етеү өҫтөндә. Республикабыҙҙың бындай ярҙам даими буласаҡ – ир-егеттәребеҙ беҙҙең хәстәрҙе, берҙәмлекте тойорға тейеш, – тине Юлдаш Мөхәмәт улы.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.