

Республика көнө уңайынан баш ҡалала үткәрелгән тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районының Нордовка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Ишекәевкә Салауат Юлаев ордены тапшырҙы.
Илдар Ишекәев ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаған. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса бишенсе урынға сыҡты, ә Суздаль ҡалаһында үткән VII чемпионатта “Трактор-шоу” оҫталыҡ дәресендә трактор менән идара итеүҙә уға етеүсе булмаған. Быйыл Илдар Хәйервара улы IX Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урын яуланы.
Нордовка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып һайланғанға тиклем Илдар Хәйервара улы “Ашҡаҙар” хужалығында механизатор булып эшләй.
Илдар Ишекәевте Мәләүез районында районда белмәгән кеше юҡтыр. Нордовка ауылында тыуып үҫкән һәм ғүмерен тыуған еренә бағышлаған. Ауылдағы урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында белем ала, байтаҡ йылдар “Һуҡайлы” кооперативында эшләй. Игенселек, үҫемлекселек тармағы үҫешенә индергән өлөшө ҙур. Тупраҡты эшкәртеү, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, уңыш йыйыу, мал аҙығы әҙерләү – барыһы ла Илдарҙың алтын ҡулдары аша үтә. Район ғына түгел, республика кимәлендә танылыу яулаған Илдар Хәйервара улы ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионаттарында, хатта Шотландия, Великобритания, Ирландия илдәрендә ярышта ҡатнаша. Призлы урындар алып, Башҡортостаныбыҙҙың бәҫен, данын күтәрә. Итәғәтле, ипле, ярҙамсыл, кешелекле сифаттары менән күптәрҙең күңеленә хуш килгән, абруй, хөрмәт ҡаҙанған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдар Ишекәев.
Бынан дүрт йыл элек уға Нордовка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын йөкмәтәләр. Эшен еренә еткереп үтәргә өйрәнгән, яуаплы, маҡсатлы уҙаман һынатмай. Уның тырышлығы менән биләмәлә байтаҡ эштәр башҡарылған. Төҙөк юлдар, яҡты урамдар, балалар, спорт майҙансыҡтары, ремонтланған йорттар, һыу селтәре – бөтәһе лә етәксенең уңғанлығына ишара.
- Эшемдән, ғаиләмдән, ғөмүмән тормошомдан ҡәнәғәт мин, - ти Илдар Ишекәев. – Һөйөклө ҡатыным Гүзәлиә менән Нурзилә исемле ҡыҙ, Илшат исемле ул үҫтерәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ мәктәпте тик “бишле”гә тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала, улыбыҙ 6-сы класта уҡый. Ғаиләм – терәгем, таянысым,- ти ул.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Мәғлүмәт: Мәләүез районының “Көнгәк” гәзитенән алынды.