Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
23 Октябрь 2022, 14:15

Танынығыҙмы? Яҙығыҙ!

Хәрби кейемдә бейей-бейей алға барған егеттәрҙең бейеүсе булыуында шик юҡ. Асыҡланыуынса...

Танынығыҙмы? Яҙығыҙ!
Танынығыҙмы? Яҙығыҙ!

Өлөшләтә мобилизация башланғас, бер төркөм Сибай театр-концерт берекмәһе артистарын, шул иҫәптән бейеүселәрҙе хәрби әҙерлек урындарына алып китеүҙәре мәғлүм.

Республика етәкселеге, яҡташтары, яҡындары мобилизацияланған ир- егеттәрҙе иғтибарҙан өҙгәне юҡ: был хаҡта күреп, белеп торабыҙ. Ил алдындағы бурысын үтәгән егеттәребеҙ ҙә һәр йәһәттән Ватанды һаҡларға әҙер икәнлеген иҫбатлап тора: рухи күтәренкелек өлгөһө булған видеояҙмалары менән йыш бүлешәләр. Һеҙҙең иғтибарға тағы бер видеояҙма тәҡдим итәбеҙ. Бында хәрби кейемдәге ир егеттәрҙең бейей- бейей китеп барыуына ҡарағанда, уларҙың бейеүсе булыуында шик юҡ, таныш моңдар ҙа ишетелеп ҡала.

Егеттәрҙе һеҙ танынығыҙмы? Ә беҙ таныныҡ! Улар - Сибай артистары Илнар Хәтмуллин, Данир Хәмзин, Раил Ханов. Тотош ил өсөн ҡатмарлы осорҙа ла рух ныҡлығын юғалтмаған, һынауҙарҙы үтер өсөн бейей -бейей алға барған ир-азаматтарға афарин! Еңеү менән, бейей бейей тыуған яҡтарға ҡайтырға яҙһын!!

Фото һәм видео социаль селтәрҙән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: