

Башҡортостанға Луганск Халыҡ Республикаһына ойошторолған командировканан әйләнеп ҡайтҡан 18 табип һәм ике водитель араһында Республика кардиология үҙәгенең функциональ диагностика табибы Динә Солтаншина ла бар.
Уның биографияһы менән танышҡандан һуң, ни өсөн был ҡаҡса кәүҙәле ҡатындың ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, ҡыйыу рәүештә кешеләргә ярҙам итергә ашҡынғанын аңларға була. Динә Фаат ҡыҙы Хабаровск ҡалаһында хәрби табип ғаиләһендә тыуған. Атаһы Фаат Хәбибулла улы – хирург, часть командиры, хәрби госпиталь начальнигы булған. Әсәһе – тәжрибәле педагог. Атаһына хеҙмәте буйынса йәшәү урындарын йыш алыштырырға тура килгән – Ленинград, Ырымбур, Куйбышев, Өфө, Пенза ҡалалары, Монголия... Шуға күрә ҡыҙҙарына туғыҙ мәктәптә уҡырға тура килә.
Динә Фаат ҡыҙы, Өфөлә медицина училищеһын ҡыҙыл диплом менән тамамлағандан һуң, медицина институтына уҡырға инә. Хеҙмәтен Өфө районы поликлиникаһында функциональ диагностика табибы булып башлай. 2006 йылдан алып Республика кардиология үҙәгендә эшләй. Ул – категориялы табип, 25 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә. Тормош иптәше – Эске эштәр министрлығы полковнигы. Ҡыҙҙары ла әсәһенең һөнәрен үҙ итмәксе.
“Ни өсөн Луганскиҙағы хеҙмәттәштәрегеҙгә ярҙамға барырға булдығыҙ, икеләнмәнегеҙме?” – тигән һорауға ул ҡыҫҡа ғына яуап ҡайтарҙы.
“Атайымдың һүҙҙәре әле лә ҡолаҡта яңғырап тора:”Ҡатмарлы, абруйлы табип һөнәрен һайлағанһың икән, һин уға ярашлы булырға, кешеләргә ярҙам итергә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа тейешһең, ҡыҙым”, – ти торғайны. Яҡындарым да аҙымымды хупланы”.
Табипты тәүге хеҙмәт көндәрендә көнкүрештәге быға тиклем күрелмәгән, осрашылмаған ҡатмарлыҡтар ғәжәпкә ҡалдыра. Һыуҙы сәғәтләп кенә бирәләр, урамда интернет юҡ, магазиндар ябыҡ, юлдар насар, ҡалала кешеләр аҙ. Урындағы медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙы асыҡ күңел менән ҡаршылай, яңы шарттарға ҡулайлашырға ярҙам итә. Динә Фаат ҡыҙы поликлиникала бер ай эш осоронда йөрәк-ҡан тамырҙары сирлеләрҙе дауалай, көнөнә 25-30 тикшереү үткәрә.
–Беҙ бүлексәләрҙәге палаталарҙа йәшәнек, дауаханала туҡландыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ хәлдең ныҡ мөшкөллөгөнә иҫәп тотҡайныҡ, сөнки ҡайҙа барыуыбыҙҙы белә һәм барыһына ла әҙер инек, бәхеткә ҡаршы, күҙаллауҙарыбыҙ аҡланманы. Хәүефле сәфәргә сығыуыма үкенмәйем, мин үҙемде табип, кеше булараҡ һынаным, ғәжәп матур, ихлас кешеләр менән таныштым. Үҙемдең кешеләргә файҙа килтерә алыуымдан ҡәнәғәтмен, – ти табип Динә Фаат ҡыҙы Солтаншина.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.