

Радик Рәхимҡолов 1961 йылдың 14 апрелендә Туймазы районының Ҡамыштау ауылында Рәйсә Мөҙәрис ҡыҙы менән Наил Самат улының ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә.
Әсәһе “Ҡыҙыл маяҡ” колхозында – баҫыусы, атаһы механизатор булып эшләй. Радик ауыл мәктәбендә биш класс белем алғас, ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Соҡаҙытамаҡҡа йөрөп уҡый башлай. 1973 йылда атаһы йәшләй вафат булғас, үҫмер Туймазы ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға күсә. Тиҫтерҙәре араһында шунда уҡ абруй ҡаҙана, бер йылдан һуң уны дөйөм ятаҡҡа комендант итеп тәғәйенләйҙәр. Шул йылдарҙа беренсе мөхәббәтен – Лилиәне осрата...
1978 йылда Рәхимҡоловтар Ҡандра ауылына килеп төпләнә. Радик мәктәпте тамамлағас, Харьков хәрби танк училищеһына уҡырға инә. Ағаһы Риф тә шунда белем алған. Радик тыуған ерен, Лилиәһен һағынып, уҡыуын ҡалдырып, Башҡортостанға ҡайтып төшә. Сроклы хеҙмәткә алынғансы “Башнефть” предприятиеһында слесарь булып эшләй.
1979 йылдың 4 октябрендә уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар – Хәрби десант ғәскәрҙәренә эләгә. Тәүге хәрби әҙерлекте Үзбәкстандағы Чирчик ҡалаһында үтә. Махсус курстарҙан һуң 1980 йылда Афған биләмәһендәге махсус операцияла ҡатнаша.
1980 йылдың 12 апрелендәге бәрелештәр ваҡытында Радик Рәхимҡолов булған разведка төркөмө ҡамауға эләгә. Хәрби дуҫтары һәләк була, ә ҡаты яраланған яҡташыбыҙ әсирлеккә эләгә...
Шулай итеп, Радик Рәхимҡолов 20 йыл буйы хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән. Туймазы районы егетенең үлеме тураһында мәғлүмәт 2005 йылдың 9 майында билдәле булған.
...Радик Рәхимҡолов 56-сы десант-штурмлау бригадаһы составында Афғанға ебәрелә. 1980 йылдың 12 апрелендә төнгө бәрелештә ҡаты яралана һәм әсирлеккә эләгә. Баш бирмәҫ холоҡло Радик Рәхимҡоловты йәшерен рәүештә Пакистандағы Бадабер төрмәһенә оҙаталар. Ундағы ихтилалға күтәрелгән 20 совет яугире араһында Башҡортостан егете лә була. Улар 200 дошманды үлтерә һәм совет ғәскәрҙәре менән һуғышыу өсөн әҙерләнгән өс “Град” установкаһы, ике миллион патрон һәм снаряд, миномет, пулемет булған келәтте юҡ итә. Батырҙар үҙҙәре лә һәләк була.
Яугир яҡташыбыҙ башҡа совет һалдаттары һәм офицерҙары менән Пакистандағы Пешавар эргәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Радик Рәхимҡолов үлгәндән һуң генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены менән наградланды.
Фото: поводгордиться.рф