Ғорурланабыҙ
25 Октябрь 2022, 10:15

Ата-әсәһе күркәм тәрбиә биргән

Ул күрһәткән батырлығы өсөн генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.

Ата-әсәһе күркәм тәрбиә биргәнАта-әсәһе күркәм тәрбиә биргән
Ата-әсәһе күркәм тәрбиә биргән

Тыуған иле һәм халҡы өсөн үҙен аямай фиҙакәр хеҙмәт иткән, республикабыҙҙың ғорурлығы булған яҡташтарыбыҙ күп. Улар иҫәбенә Руслан Ғәйнуллинды ла индерергә мөмкин.

Ул Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында эшләй. Төньяҡ Кавказда оҙайлы командировкаларҙа булған. Яҡташыбыҙ ҡатнашҡан операциялар “тулыһынса серле” статусын йөрөтә.

Руслан Ғәйнуллин 2018 йылдан айырым батальон командиры итеп тәғәйенләнә – уның бала саҡ хыялы тормошҡа ашҡан. Йәшләй генә кем булырын белгән егет үҙен тулыһынса яратҡан эшенә бағышлай. Хеҙмәт бурысын алғы урынға ҡуя. Эшкә яуаплы һәм ғәҙел ҡарай. Эште урынына еткереп башҡара, инициативалы тип, маҡтап телгә ала хеҙмәттәштәре лә.

Ул хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Руслан был награданы алған саҡта уңышының ата-әсәһе биргән тәрбиә һөҙөмтәһе булыуын әйтеп китте.

Эске эштәр органы офицеры граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә һәм тәртип һаҡлауҙа гарант булып тора. Руслан Флүр улы үҙен тулыһынса был эшкә бағышлаған.

Фото: поводгордиться.рф       

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас