

Волга буйы федераль округы ҡаты ҡалдыҡтар күләме буйынса илдә икенсе урында тора. Был тиклем сүпте сортҡа айырыу һәм эшкәртеү өсөн 70 миллиард һум талап ителә. Ошо хаҡта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко белдерҙе.
“Округта ил Президенты Владимир Путин ҡуйған күрһәтмәләрҙе үтәү нигеҙендә ҡаты ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырыу – 7,4 миллион тонна, ә утилләштереү 2,9 миллион тонна тәшкил итергә тейеш. Бының өсөн 70 миллиард һум аҡса кәрәк”, – ти Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары.
Чиновник белдереүенсә, 2021 йылда ғына ла беҙҙең округта туғыҙ миллион тонна сүп-сар йыйылған. Шул уҡ ваҡытта былтыр эшкәртеүгә 3,5 миллион тонна ҡаты ҡалдыҡ тапшырылған, 0,5 тоннаһы юҡ ителгән. Нисек кенә булмаһын, йыл йомғаҡтары буйынса ҡаты ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырыу 39 проценттан артҡан, план – 26,2 процент.
Виктория Абрамченко билдәләүенсә, ҡаты ҡалдыҡтар буйынса реформалар йәһәтенән округта Түбәнге Новгород өлкәһе күрһәткестәре – иң яҡшыһы. Шул уҡ ваҡытта сүпте сортҡа айырыу буйынса Һарытау, Һамар өлкәләре һәм Пермь крайы алда бара. Эштәр ошолай етди булһа, 2024 йылға ҡаты ҡалдыҡтарҙың яртыһы сортҡа айырыласаҡ, ә 2030 йылда барлыҡ сүп өйөмдәре сорттарға бүленәсәк. Әлбиттә, бындай күрһәткестәргә эйә булыр өсөн Удмурт Республикаһы, Ульяновск, Киров өлкәләре ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүгә яуаплыраҡ ҡарарға тейеш.
Волга буйы федераль округында йәмғеһе 412 мең сүп контейнеры ҡуйылған, шул иҫәптән 32 мең контейнерға сүп-сар сортҡа айырып йыйыла. 2023 йылда РФ Хөкүмәте округтың һигеҙ төбәгендә контейнерҙар һатып алыу өсөн 360 миллион һум бүлеүҙе планлаштыра. Аҡсалата ярҙам алыусылар араһында Башҡортостан да бар.
Әйткәндәй, 2024 йылға “Экология” милли проектына ярашлы илдә сүп-сарҙы эшкәртеү, урынлаштырыу һәм утилләштереү буйынса өр-яңы һәм заманса 220 комплекс төҙөргә уйлайҙар. Был объекттар йыйылған сүптең 100 процентын эшкәртергә, сортҡа айырырға һәм шуның 50 процентын һаҡлауға ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк.
Проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуын Стәрлетамаҡ миҫалында күрергә була: әйтәйек, һуңғы арала ғына ҡаланың шәхси секторында сүпте тоҡтарға йыйыуҙы бөтөрөү маҡсатында 200 евроконтейнер ҡуйылған. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡта сентябрь аҙағына “тоҡҡа йыйыу” ысулы бөтөрөләсәк.
– Бынан тыш, ҡаланың Ленин проспекты, Волочаев, Дуҫлыҡ урамдарында тимер һауыттар шулай уҡ евроконтейнерға алмаштырылды. Бындай контейнерҙарҙы яйлап бөтә ҡала биләмәһендә урынлаштырырға уйлайбыҙ, – тине ҡаты ҡалдыҡтар йыйыу буйынса төбәк операторҙары менән бәйләнеш булдырыу секторы мөдире Юлия Айрих.
Ә ҡаты ҡалдыҡты сортҡа айырыуға килгәндә иһә, был аҙымды Стәрлетамаҡ күптән, бынан ике тиҫтә йылға яҡын элек башлағайны.
– Һәр ҡаты ҡалдыҡ йыйыу контейнеры урынлашҡан майҙансыҡта тиерлек пластик һауыттар йыйыу өсөн махсус рәшәткәле контейнер урынлаштырылған, киләсәктә бындай һауыттарҙы шәхси секторҙарға ла ҡуйырға планлаштырабыҙ, – тип һөйләне ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләһе хаҡында.
Әлбиттә, һауыттар ҡуйыу – бер, әгәр ҙә үҙебеҙҙең аңға “сүпте өйҙән үк айырып йыйырға кәрәк” тигән уйҙы һеңдерә алабыҙ икән, проект, ысынлап та, уңышлы килеп сығасаҡ. Хәйер, был йәһәттән дә ҡалала эштәр алып барыла – белем биреү учреждениеларында әлеге тема буйынса даими һөйләшеүҙәр ойошторола. Тимәк, киләсәктә өйөм-өйөм сүптән ҡотолорбоҙ, йәшеллектә йәшәрбеҙ, тигән өмөт бар.
Рәмил МАНСУРОВ