Ғорурланабыҙ
26 Октябрь 2022, 12:55

Хәрбиҙәргә башҡорт ҡорото ебәрелә

Ҡырмыҫҡалы районында үҙенсәлекле флешмоб иғлан иткәндәр. Асыҡланыуынса...

Хәрбиҙәргә башҡорт ҡорото ебәреләХәрбиҙәргә башҡорт ҡорото ебәрелә
Хәрбиҙәргә башҡорт ҡорото ебәрелә

Ҡырмыҫҡалы районынан Гөлсәсәк Аласова хәбәр итеүенсә, район башҡорттары ҡоролтайы Иҫке Муса ауыл китапханаһы менән берлектә "Хәрбиҙәргә - башҡорт ҡорото" флешмобын башлап ебәргән.

Китапханасы Миләүшә Мөхәмәтйәрова ауыл китапханаһына йыйылған уҡыусыларға ҡорот эшләү серҙәрен, уның файҙаһы тураһында һөйләгән, балалар ихлас тотоноп, тилбер ҡулдары менән йәш ҡороттан бәләкәй генә шарсыҡтар эшләгән. Уларҙы махсус ҡоролмала киптергәндән һуң, мобилизацияланған ауылдаштарына  оҙатыу өсөн ҡаптарға тултырғандар.

Ҡороттоң файҙаһы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел: ул майлы ашты үҙләштерергә ярҙам итә, һалҡын тейгәндә ҡоротлап-борослап эҫе һурпа эсеү хәл индерә. Күңел болғанғанда, аҙ ҡанлылыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәндә лә ҡорот ҡулланалар, был ризыҡ аппетитты аса, көс-ҡеүәт бирә. Эркет һыуы ла ифрат шифалы. Ул ашҡаҙанды таҙарта, сәсте нығыта.

“Ошо файҙалы, тәмле һәм үҙенсәлекле ризыҡ  батыр ир-егеттәребеҙгә көс бирһен, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу ебен нығытһын, тигән теләк менән эшләне ҡорот яһаусылар. Ил һаҡсылары ябай булмаған шарттарҙа өй йылыһын тойор, беҙҙең күстәнәстәребеҙ уларҙың кәйефен күтәрер, ауырыуҙарға бирешмәҫтәр, тип  ышанабыҙ”,  - тип яҙа Гөлсәсәк Аласова. 

Ҡырмыҫҡалылар башҡа ауылдар халҡын да флешмобҡа ҡушылырға саҡыра һәм эштәрен #хәрбиҙәргәбашҡортҡорото хэштегы аҫтында социаль селтәргә һалып барыуҙарын үтенә.

Фото “Даирә” гәзите төркөмөнән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас