

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энегетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров рәйеслегендәге ВКС яңы составта үткән. Унда Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре вәкилдәре лә ҡатнашҡан.
– Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министры төбәк сәнәғәт етәкселәренә бурыс ҡуйҙы – сәнәғәт комплексы предприятиеларына, уларға бәйле тармаҡтарға, еңел сәнәғәткә логистикаға бәйле мәсьәләләрҙе ҡыҫҡа ваҡытта хәл итергә, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы кооперацияға йәлеп итергә. Был тәү сиратта хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе кейендереүгә, көнкүреш әйберҙәре менән тәьмин итеүгә ҡағыла.
Денис Мантуров дәүләт ярҙамының яңы сараларына һәм инвестиция әҙемлеген ҡеүәтләү ысулдарына иғтибар итте. Ул төп бурыстарҙың береһен билдәләне – инвестицияларҙың туҡтауына юл ҡуймаҫҡа, барлыҡ тармаҡтар буйынса технологик үҙаллылыҡҡа йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итергә.
Хәҙер иҡтисадтың барлыҡ төп секторҙары илдә етештерелгән ҡорамалдарға, техникаға, туплаусы әйберҙәргә һәм материалдарға ҙур ихтыяж тыуҙырғанын Башҡортостан миҫалында күрәбеҙ. Беҙҙең сәнәғәт был мәсьәләне ҡыҫҡа ваҡытта ғәмәлгә ашырырға, проекттарҙың үҫешен тәьмин итергә тейеш.
Ғәмәлдәге ярҙам саралары ошо бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте кластерлы проекттарға өҫтәмә дөйөм ярҙам юлдарын раҫланы. Ул өҫтөнлөклө сәнәғәт тауарын етештереүгә ташламалы кредиттарҙы оҙайлы ваҡытҡа алыуға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Яҡын арала Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Һалым кодексының сәнәғәт кластерҙары өсөн ташламалы режим өлөшөнә норматив база әҙерләүҙе тамамлай. Был кластерҙа ҡатнашыусыларға тағы ла күберәк мөмкинлектәр бирә.
Бындайҙар күберәк буласаҡ. Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып мебель кластерын булдырҙыҡ, тағы ла өс кластер әҙер һәм ҡатнашыусылар араһында килешеүҙәр төҙөлгән: авиация, машиналар эшләү, сәнәғәт. Йәнә биш кластер эшләнә: агросәнәғәт, пилотһыҙ авиация кластеры, радиоэлектроника кластеры, станоктар эшләү, еңел сәнәғәт.
Артабан хәрәкәт итәбеҙ! – тип яҙған Александр Шельдяев.
Фото А. Шельдяевтың сәхифәһенән.