

Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Башҡортостандың аҫыл ир-егеттәре хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды. Ә бында уларҙың ғаиләләре ҡалды. Ир-аттар үҙ бурыстарын тыныс үтәп ҡайтһын өсөн республика етәкселеге уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары ҡабул итә башланы ла. Улар тураһында дүшәмбе көн Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында брифингта һөйләнеләр. Кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға министрҙар, төрлө яуаплы ведомстволар етәкселәре яуап бирҙе.
Закондар өҫтөндә әүҙем эшләйҙәр
"Әлеге ваҡытта республикала норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләнә, улар мобилизацияланғандарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының ҙур пакетын ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәк. Был – өс закон һәм 22 акт", – тип хәбәр итте вице-премьер – финанс министры Лира Иғтисамова.
Акттар октябрь аҙағына тиклем әҙерләнә, закондар – ноябрҙә. Уларҙың бер өлөшө 2 ноябрҙән үҙ көсөнә инә.
Брифинг барышында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аңлатыуынса, льготалар алыу өсөн хәрби хеҙмәткә йәлеп ителгәндәрҙең ғаиләләренә профилле ведомствоға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Юл йөрөүгә льготалар биреү өсөн документтар пакеты кәрәк, деталдәр тейешле норматив актта яҙыла.
“Мәҫәлән, туҡланыу буйынса льгота бар икән, мәктәп етәкселегенә еткерегеҙ. Шулай уҡ Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин, тиҙҙән Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла мөмкин буласаҡ”, – тине Ленара Иванова.
Тейешле льготалар биреү өсөн төп документ – хәрби комиссариат биргән мобилизациялау тураһында белешмә, тип билдәләне ул.
Балалы ғаиләләргә ярҙам төрҙәре күп
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин балалы ғаиләләргә республиканан күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне.
Мәҫәлән, атайҙары мобилизацияланған ғаиләләргә балалар баҡсаһында урын сираттан тыш бирелә. Шул иҫәптән йәш ярымға етмәгән сабыйҙарға ла. Бының өсөн урындағы хакимиәттең мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә һәм мобилизация тураһында белешмә тапшырырға кәрәк.
– Белгестәр ашығыс рәүештә яҡындағы балалар баҡсаһынан урын табыр, һәм сабый ҡабул ителер. 1,5 – 7 йәшлек балалар тәрбиә һәм ҡарау өсөн түләүҙән азат ителә, йәғни баҡсаға бушлай йөрөйәсәк. Атайҙары махсус хәрби операцияла булған уҡыусылар бушлай йылы аш ала, шул иҫәптән башланғыс мәктәптәгеләр ҙә, 5 – 11-се кластағылар ҙа, – тине министр.
Бынан тыш, башланғыс класс уҡыусылары өсөн оҙайтылған көн төркөмө ойоштороласаҡ. Әгәр мәктәптә ул булмаһа, әсәнең ғаризаһы буйынса асасаҡтар.
Дәүләт колледждарында уҡыу өсөн түләүгә сертификаттар – мобилизацияланған ғаиләләргә ярҙам сараларының береһе. Уның менән республика урта махсус уҡыу йорттарының 100 меңгә яҡын студенты файҙалана аласаҡ, тип хәбәр итте мәғариф һәм фән министры.
Был коммерция нигеҙендә уҡығандарға ҡағыла. Сертификаттың аҡсалата күләме йыллыҡ уҡытыуҙы тулыһынса ҡаплай – республика буйынса уртаса 60 мең һум. Кәрәк булған осраҡта сертификат киләһе йылда ла биреләсәк. Уҡыу түләнгән икән, ғаиләгә аҡса кире ҡайтарыла.
Барлыҡ кәрәкле мәғлүмәтте Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәләрендә һәм ведомство сайтында табырға мөмкин. Шулай уҡ Айбулат Хажин яҡын көндәрҙә инфограммалар әҙерләнәсәген, уларҙы барлыҡ мәғариф бүлектәренә ебәрәсәген, мәғлүмәтте һәр ата-әсәгә еткерәсәген билдәләне.
Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына мобилизацияланған атайҙарҙың балалары шифахана-курорт дауаланыуына хоҡуҡ аласаҡ. Бының өсөн һаулыҡ торошо буйынса күрһәтмәләр булырға тейеш, уны участка педиатры баһалаясаҡ. Мәҫәлән, неврология, тын алыу системаһы ауырыуҙары булыуы мөмкин, йәки бала “йыш ауырығандар” категорияһына эләкһә. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтте. “Ундайҙар балалар шифаханаларына – 14 йәшкә тиклемгеләр әсәләре менән, ҙурыраҡтар үҙаллы дауаланырға ебәрелә”, – тине ул.
Бынан тыш, Айрат Рәхмәтуллин һуғышта яраланған яугирҙәр өсөн республикалағы психологик һәм спорт реабилитацияһы программалары хаҡында һөйләне.
– Белгестәр тейешле тәжрибәгә эйә: беҙ Афғанстан яугирҙәрен, Чечнялағы һуғыштан һуң да егеттәрҙе реабилитацияланыҡ. Тәжрибә бар. Әлеге ваҡытта 20-нән ашыу мобилизацияланған кеше программаны үтә, һөҙөмтәләр яҡшы. Шуны билдәләп үтер кәрәк: Башҡортостандың медицина һәм шифахана-курорт учреждениеларының бөтә мөмкинлектәре хәрбиҙәрҙе һауыҡтырыуға йүнәлтелә, – тине министр.
“Һөт кухняһы” бушлай бирелә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ауырлы ҡатындарына, имеҙеүсе ҡатындарға һәм өс йәшкә тиклемге балаларына “Һөт кухняһы” продукцияһын бушлай бирергә хәл ителде. Законлы никахта торғандар ғына ошо льготанан файҙалана аласаҡ.
“Бушлай туҡланыу алыу өсөн хәрби комиссариаттан һәм медицина учреждениеларынан белешмә тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ никах таныҡлығы, паспорт күсермәләре. Документтарҙы Башҡортостандағы фирма таратыу пункттарына (улар 150-гә яҡын) йәки Күп функциялы үҙәккә алып барырға мөмкин”, – тине “Һөт кухняһы” директоры Эльдар Сәйғәфәров.
Тағы бер ярҙам төрө мобилизацияланғандарҙың ҡатындарына ҡағыла. Мобилизацияланған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирҙең ҡатыны эшкә урынлашҡанда шәхси оҙатыуға иҫәп тота ала. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.
– Әгәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының хәләл ефете эшкә урынлашыуға мохтаж, хатта уның эше бар, ләкин уны үҙгәртеү уйы килеп тыуһа ла – беҙ ярҙам итергә әҙербеҙ. Эйе, бында әҙерәк ситкә китәбеҙ, әммә ошондай ҡарар ҡабул иттек, бөтә кәңәшмәләр үткәрелде – яҡташтарыбыҙҙың ҡатындары өсөн бөтә мәшғүллек үҙәктәре асыҡ. Килеп, ҡыҙыҡлыраҡ эш табырға мөмкин, – тине Ленара Иванова.
Тик шуныһы: махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам саралары законлы никахта булғандарға ғына күрһәтелә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лира Иғтисамова ошо хаҡта белдерҙе. Ләкин был сикләү ата-әсәһе мөнәсәбәттәрен теркәмәгән балаларға ҡағылмай, тип асыҡлыҡ индерҙе Ленара Иванова.
Шулай уҡ уның опекундары булған ата-әсәләр, мобилизацияланғандың өләсәй-олатайҙары ярҙамға иҫәп тота ала. Улар өйҙә бушлай социаль хеҙмәтләндереү аласаҡ, шулай уҡ ведомствоның стационар учреждениеларында сираттан тыш хеҙмәтләндереүгә, атап әйткәндә, психоневрология интернаттарында булыу хоҡуғына эйә буласаҡ.
– Әле Башҡортостан Хөкүмәтендә бер нисә закон проекты, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәки уның ғаилә ағзаларының береһен 2022 йыл өсөн һәр төрҙәге транспорт сараһына транспорт һалымын түләүҙән азат итеү ҡаралған һалым тураһында законға үҙгәрештәр индереү хаҡында килешеү бара. Был закон проектын ағымдағы йылдың ноябрендә ҡабул итеү планлаштырыла, – тине Лира Иғтисамова.
Лира Иғтисамова ҡайҙан өҫтәмә файҙалы мәғлүмәт алырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, планды бойомға ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы сайтында түбәндәге һылтанма буйынса урынлаштырылған: https://mintrud.bashkortostan.ru/activity/37622/, шулай уҡ “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” һәм “Хеҙмәт мөнәсәбәттәре” Telegram-каналдарында.
“Аңлатабыҙ.102” платформаһында бөтә социаль селтәрҙәр тупланған, унда ла граждандар мөрәжәғәттәре буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙар хаҡында көнүҙәк мәғлүмәт бирелә.
Өлөшләтә мобилизация һорауҙары буйынса Республикаға идара итеү үҙәгенең телеграм каналында чат-бот эшләй, унда ла яуаптар алырға мөмкин: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot .
Шулай уҡ ошо һорауҙар буйынса Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 122, өҫтәмә номер – 1, 8 (347) 218-19-19 (көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем).
Ленара Иванова белдереүенсә, “Ғаилә” үҙәктәре хәҙер иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк.
– Һәр ҡалала һәм районда, һәр район үҙәгендә Ғаилә хеҙмәттәре бар, уларҙа пособие алыуҙа, документтар әҙерләүҙә (судҡа, банктарға, суд приставтары хеҙмәтенә ғариза яҙырға мөмкин) ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә була, – тине Ленара Иванова. – Әле “Ғаилә” үҙәктәре эшләүсе әсәләргә уңайлы булһын өсөн эштең форматын үҙгәртте һәм граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем арттырҙы. Йәғни белгестәребеҙ көн һайын документтар йыйыуҙа һәм әҙерләүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер. Беҙгә хәҙер алименттар менән бәйле бик күп һорауҙар килә. “Ғаилә” үҙәктәрендә бындай мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тәжрибәһе булған юристар һәм психологтар бар.
Ярҙам төрҙәре бының менән генә сикләнмәй. Мәҫәлән, мобилизацияланғандарҙың ғаиләһен ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүҙән азат итәсәктәр. Шулай уҡ уҡыусы балалар һәм студенттар көнөнә ике тапҡыр транспортта бушлай йөрөй аласаҡ.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА