Ғорурланабыҙ
29 Октябрь 2022, 03:00

Һәр береһе алдында баш эйәбеҙ

Глеб Колотов Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.

Һәр береһе алдында баш эйәбеҙҺәр береһе алдында баш эйәбеҙ
Һәр береһе алдында баш эйәбеҙ

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Глеб Колотов 1927 йылда Алтай крайы Залесовский районының Новоглушенко ауылында тыуып үҫкән.

1944 йылда Совет армияһына саҡырыу ҡағыҙы ала. Күпмелер ваҡыт һуғыш алымын өйрәнгәс, төрлө йүнәлештә әҙерлек үткәс, һалдатты Алыҫ Көнсығыштағы Уссурийск ҡалаһына оҙаталар. Унда яҡташыбыҙ япондарға ҡаршы үҙен аямай һуғыша, ҡаты яралана. Ул 1951 йылға хәтлем армия сафында була, Маньнчжурияла хеҙмәтен дауам итә.

Һуғыш тамамланғас, Глеб Колотов Башҡортостанға, ата-әсәһе янына килә һәм бында тороп ҡала. Глеб Федорович оҙаҡ йылдар Өфөнөң Моторҙар эшләү заводында хеҙмәт итә.

2021 йылдың февралендә Глеб Колотов Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Беҙ, башҡортостандар, билдәле шәхес менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Фото: поводгордиться.рф

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас